Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Май 2023, 21:00

Миҙаллы булдылар

Ололаһаң олоно, олоҡларҙар үҙеңде, тип белмәй әйтмәй халыҡ.Хеҙмәт һәм яҙ байрамы алдынан Нәби ауыл мәҙәниәт йортонда үткән матур сара – ошоға дәлил.

Миҙаллы булдылар
Миҙаллы булдылар

Гөлйемеш Теләүбаева, сараны асып, ил-көндөң имен булыуын, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләгәс, ауыл ветерандар советы рәйесе, 36 йыл ғүмерен балаларға физик тәрбиә биреүгә арнаған Хәмдиә Мөхәмәт ҡыҙы Һатыбалова һуңғы ярты йыллыҡта йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ниндәй эштәр атҡарылғаны тураһында ҡыҫҡаса бәйән итте.

“Нәби ауылында 105 пенсионер иҫәпләнеп, уларҙың 46-һының “Хеҙмәт ветераны” таныҡлығы бар, әммә миҙалдары юҡ ине. Беҙ ошо юҫыҡта эшләнек һәм бөгөнгө саранан ветерандарыбыҙ миҙалдарын түштәренә тағып ҡайтасаҡ”, - тине.

Сараның икенсе өлөшөндә район ветерандар советы рәйесе О. Ғәлиев Нәби ветерандар советының бик әүҙем эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм беренселәрҙән булып Х. Һатыбаловаға лайыҡлы миҙалын тапшырҙы.

Сәхнәгә 84 йәшлек Кәрим Һатыбалов, “Почет билдәһе” ордены кавалеры Самат Хисмәтуллин, “Дан” ордены кавалеры Йәноҙаҡ Хисмәтуллиндар күтәрелде.
Йәмғеһе 27 хаҡлы ялдағы оло кеше байрам алдынан түштәренә миҙалдар тағып, яҡшы кәйеф менән таралышты.

Сараны ауыл һәүәҫкәрҙәре матур концерт номерҙары менән биҙәне, сара ахырында һыйлы сәй табыны артында күңелле әңгәмәләшеү ҙә күңелдәрҙе күтәрҙе.

Афарин, нәбиҙәр, тиергә генә ҡала.

Нәбиҙәрҙең матур башланғысын башҡа ауылдар ҙа күтәреп алмаҡсы.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: