Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2023, 17:10

22 майҙа хәмер һатылмай

Был көндә республикала ҙур саралар үтә.

22 майҙа хәмер һатылмай
22 майҙа хәмер һатылмай

Башҡортостанда Һуңғы ҡыңғырау байрамында хәмер һатыу тыйыла.

Быйыл туғыҙынсы һәм ун беренсе кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау 22 майҙа яңғырай. Тантаналы линейкалар үткәреү көнөн Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләгән.

«Республика законына ярашлы, был тыйыу магазиндарҙа алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуға ҡағыла. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына был сикләү ҡағылмай», —  тип белдерҙеләр «Башинформ»ға Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығында.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала яңы йыл каникулдарында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә һәм һабантуй үткәрелгән көндәрҙә лә алкоголь һатыу сикләнә.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-05-11/22-may-a-bash-ortostanda-h-mer-atylmay-3253235

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: