+15 °С
Болотло
Проект әүҙем өлкән быуын граждандарына, йәғни 55 йәштән өлкән пенсионерҙарға иҫәпләнгән. Проект ҡатнашыусыларға Башҡортостандың тәбиғәт ынйыларын, мәҙәни мираҫ объекттарын, шулай уҡ тыуған яҡтың төрлө иҫтәлекле урындарын күрһәтеүҙе, улар хаҡында һөйләүҙе күҙ уңында тота.
Программа буйынса 1-2 көн эсендә экскурсияла ҡатнашыусылар йәйәү йә автобуста республиканың музейҙары, дини урындары, усадьбалар буйлап сәйәхәт ҡыла ала.
Бының өсөн http://долголетие.соцтуризмрб.рф/ сайтына инеп теркәлергә һәм үҙеңә оҡшаған турҙы һайларға кәрәк.
Быйылғы йылда 16 майҙа - Абзаҡҡа,17 майҙа Әүлиә шишмәһенә барыу күҙаллана.
Белешмәләр буйынса пенсионерҙар район хакимиәтендә (11-се кабинет) Зөһрә Хәйбуллинаға мөрәжәғәт итә ала.