Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Май 2023, 18:00

Атайыбыҙға мөрәжәғәт

Районыбыҙҙың ғүмер китабы булған төп баҫмаһы – “Таң” гәзите аша атаһына мөрәжәғәт ҡылыусы булдымы икән? Юҡтыр...

Атайыбыҙға мөрәжәғәт
Атайыбыҙға мөрәжәғәт

4 майҙа хөрмәтле атайыбыҙ Рөстәм Сәлим улы Яубаҫаров 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Балалар өсөн атай-әсәй һис бер ваҡыт олоғаймай төҫлө. Улар янында һаман да үҙебеҙҙе хас 30-40 йыл элгәре мәлдәге кеүек тоябыҙ, наҙланабыҙ, шатланабыҙ, шаяртабыҙ. Тап ошо сифат, күренеш беҙгә ғүмер биргән, тәрбиәләп, тормош тигән оло юлға аяҡ баҫтырған хөрмәтле кешеләребеҙҙең сихри көсөлөр ҙә.

Атай! Яҡты донъянан бик йәшләй, сәскә атҡан мәлендә генә китеп барған әсәйебеҙ Маһизар Нәжмитдин ҡыҙы менән беҙгә, өс балаға, ғүмер бүләк итеп, иң яҡшы үрнәк, терәк булдығыҙ, тип яҙһам, бер ни яҙмаған төҫлө буласаҡ. Күңел түрендәге иң тәрән тойғоларҙы әйтеп бирерлек, йә яҙып аңға еткерерлек көслө һүҙҙәр бармы икән!? Эҙләмәгеҙ... Тапһағыҙ ҙа, ул һүҙҙәр – бары күлгә бер тамсы!

Ниндәй генә хәл-ваҡиғалар осрамаһын, атай, барыһын да тыныс, айыҡ аң менән хәл иттең. Кәрәк урында ғәҙел-уҫал, ҡысҡырыр ерҙә итәғәтле була белдең, бала күңеле төшөнөрлөк итеп аңлата белдең. Һәр ваҡыт белемгә ынтылығыҙ, замана ағымынан тороп ҡалмағыҙ, уҡымышлы булығыҙ, тигән өгөт-нәсихәттәр бирҙең. Тотонған һәр эштә намыҫлы һәм егәрле булырға өйрәттең, атай. Беҙ иһә, әсәйебеҙ менән һеҙ булдырған шул мөхиттең бәхетле шаһиттары булып, иғтибар, хөрмәт, наҙ эсендә үҫтек. Бөгөнгө көндә барыбыҙ ҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлап, эшле булып, ғаиләләр ҡороп, һинән өлгө алып, һиңә тиңләшергә ынтылып, һәр балаңа бағлаған өмөттәреңде аҡларға тырышып йәшәйбеҙ. Шөкөр.

Атай! Бөгөн беҙ, наҙлап ҡына үҫтергән Гөлназ ҡыҙың менән Рушан кейәүең һәм ейәнсәрең Алина, Шамил улың менән Ләйсән киленең һәм Тимур ейәнең, Ришат улың менән Юлиә киленең һәм ейәнсәрең Карина, ейәндәрең Марат менән Марсель, һиңә сикһеҙ ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Атай! Һөнәри эш даирәңә ҡағылышлы ҡаҙаныштарыңды һанамайбыҙ бөгөн. Ниндәй генә ҙур исемдәргә, танытмалар менән нығытылған миҙалдарға, маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡаҙаныштарға лайыҡ булма, беҙҙең өсөн һин тәү сиратта иң изге, иң яҡын, иң тоғро, иң наҙлы кешебеҙ- Атайыбыҙһың!
Юбилейың менән, Атай! Мөрәжәғәтебеҙ ҙә шул – сәләмәт бул, Аллаһ Тәғәлә бәхеттән айырмаһын!

 

Атайыбыҙға мөрәжәғәт
Атайыбыҙға мөрәжәғәт
Атайыбыҙға мөрәжәғәт
Атайыбыҙға мөрәжәғәт
Автор:Оло ихтирам менән: балаларың.
Читайте нас: