Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2023, 18:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Аҙна эсендә 1 янғын булған – Ағиҙел ҡасабаһында бәҙрәф янып киткән.Хөрмәтле райондаштар! Шәхси хужалыҡта ҡый үртәү ҡәтғи тыйыла. Телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡарап бараһығыҙҙыр – янғын арҡаһында ярты ауыл юҡҡа сыҡҡан урындар бар. Ныҡ һаҡ булайыҡ.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Демография
Ошо ваҡыт эсендә 4 сабый тыуған, 2 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән, 2 ғаилә никахын тарҡатҡан, 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Аҙна эсендә 1 янғын булған – Ағиҙел ҡасабаһында бәҙрәф янып киткән.
Хөрмәтле райондаштар! Шәхси хужалыҡта ҡый үртәү ҡәтғи тыйыла. Телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡарап бараһығыҙҙыр – янғын арҡаһында ярты ауыл юҡҡа сыҡҡан урындар бар. Ныҡ һаҡ булайыҡ.

02 хәбәр итә
Был ваҡыт арауығында район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 35 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә эскән килеш транспорт средствоһы менән ҡабатлап идара итеү, урлашыу (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (5), кеҫә телефоны юғалтыу (1), янғын (1), ғаилә низағы (3) һ.б. бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 116 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 97. 4 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: