Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 21:00

“Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты - ғәмәлдә

Республикала «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” («Башкирское долголетие. Туризм») проекты эшләүен дауам итә.ПрограммаБашҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан туристик объекттарға, шул иҫәптән музейҙарға, дини объекттарға һәм усадьбаларға бер йәки ике көнлөк сәйәхәттәрҙе күҙалай.

“Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты - ғәмәлдә
“Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты - ғәмәлдә

Экскурсиялар йәйәү һәм автобуста булырға мөмкин.

“Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проекты сиктәрендә апрелдә Беларусь Республикаһына тәүге сәйәхәт планлаштырылғайны. Программала 55 йәшлек һәм унан өлкәнерәк йәштәге ҡала ерендә йәшәүселәр ҡатнаша ала. Был турҙың оҙайлылығы – 8 көн. Уның эсенә Өфөнән Минск ҡалаһына һәм кирегә самолетта осоу, йәшәү, туҡланыу (иртәнге аш ҡына), экскурсия программаһы инә. Был сәйәхәттәр түләүле, уның бер өлөшөн республика компенсациялай.

Программаның дөйөм хаҡы 41 535 һум. Ҡатнашыусылар өсөн юлламаның хаҡы - 26 535 һум (багаж менән бергә).
Тәүге сәфәр 24 апрелгә планлаштырылған ине. “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” проекты хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр түбәндәге сайтта: https://долголетие.соцтуризмрб.рф/.

Бронләүҙе, турҙы түләүҙе, барыу датаһын һайлауҙы раҫлау бу-йынса мотлаҡ рәүештә түбәндәге туроператорҙарҙың береһенең телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк (шулай уҡ сайтта заявка ҡалдырырға мөмкин:  http://баш-белорусское-долголетие.соцтуризмрб.рф/  һәм һеҙгә туроператорҙар шылтырата):

– ООО «Тархан», тел. 8-917-346-44-92;

– ООО «Мир без границ», тел. 8-987-47-35-10;

– ООО «Крекс», тел. 8-917-747-27-37;

– ООО «НТК», тел. 8-917-345-67-52.

Программала йылына бер тапҡыр ҡатнашырға мөмкин.
Кәрәкле документтар: паспорт, пенсия танытмаһы, страховка, медицина полисы.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: