Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Апрель 2023, 18:00

Бөрйән районы биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Башҡортостан Республикаһы башлығының 2023 йылдың 10 апрелендәге РГ-120 һанлы бойороғо нигеҙендә, тәбиғи һәм ландшафт янғындары, шулай уҡ Бөрйән районындағы тораҡ пункттарҙа янғындар сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында, район хакимиәтенең 110-р һанлы ҡарары менән Бөрйән районы биләмәһендә 25 апрелдән айырым ҡарар сыҡҡанға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде.Янғынға ҡаршы махсус режим – ул янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре көсәйтелгән осор. Режим осоронда урманға сыҡмаҫҡа, урманда ут яҡмаҫҡа, сүп-сар үртәмәҫкә, усаҡ тоҡандырмаҫҡа тигән өҫтәлмә сикләүҙәр булдырылған.

Бөрйән районы биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде
Бөрйән районы биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

«Урмансылыҡ менән идара итеү» БР дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Бөрйән районы буйынса бүлеге, БР «Бөрйән урман хужалығы» дәүләт автономиялы учреждениеһы, БР урман янғындарын һүндереү үҙәге, “Белорет” III типтағы урман янғындарын һүндереү станцияһының Бөрйән участкаһы, Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Шүлгән-Таш” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы етәкселегенә Федераль дәүләт янғын күҙәтеү эшмәкәрлеген көсәйтергә, урман фонды биләмәләрен патрулләүҙең һөҙөмтәлелеген тәьмин итергә, урман фондында янғын хәүефенең юғары класын асыҡлағанда граждандарҙың урманға инеүен сикләү буйынса билдәләнгән тәртиптә өҫтәмә саралар күрергә, район биләмәһендәге урмандарҙа янғынға ҡаршы саралар үткәрергә тәҡдим ителде.

Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ойошма, учреждение етәкселәренә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса саралар комплексын тормошҡа ашырыу бурысы йөкмәтелде.

Янғынға ҡаршы махсус режим осоронда ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге, урман фонды ерҙәрендә, йылға һәм күл зоналарында, юл буйҙарында, ҡала һәм ауыл биләмәләре, баҡсасылыҡ ширҡәттәре сиктәрендә, ойошмалар биләмәләрендә һәм сүплектәрҙә, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондарында усаҡ яғыу һәм янғын хәүефе булған эштәрҙе үткәреү тыйыла.

Янғынға ҡаршы махсус режим шарттарында индерелгән янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн (РФ Административ Хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 20.4 - се статьяһының 2 - се пункты):

-граждандарға - ун меңдән егерме мең һумға тиклем;

-вазифалы кешеләргә - утыҙ меңдән алтмыш мең һумға тиклем;

-юридик шәхес булдырмайынса эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барған кешеләргә - алтмыш меңдән һикһән мең һумға тиклем;

-юридик шәхестәргә - дүрт йөҙ меңдән һигеҙ йөҙ мең һумға тиклем административ штраф ҡаралған.

Бынан тыш, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн, әгәр янғын ҙур күләмдә матди зыян, йә булмаһа кешеләрҙең һәләк булыуына килтерһә, йәки аңлы рәүештә ут төртөп яндырған өсөн енәйәт яуаплылығы ла ҡаралған.

Хөрмәтле райондаштар! Асыҡ ут менән эш итеүҙә һаҡ булығыҙ! Янғынға ҡаршы махсус режим индереүгә бәйле сикләүҙәрҙе үтәгеҙ.

Автор:Р. БАЙЫМОВ әҙерләне.
Читайте нас: