Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Апрель 2023, 17:30

Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!

Ошондай девиз аҫтында ойошторолған "Еңеү диктанты"на бөрйәндәр ҙә ихлас ҡушылды.

Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!
Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!

Бишенсе тапҡыр уҙғарылған "Еңеү диктанты" акцияһы беҙҙең районда ла матур йолаға әүерелде.  Иҫке Собханғол мәктәбендә йөҙгә яҡын кеше Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы мәғлүмәттәр буйынса үҙ белемдәрен тикшереп ҡараны. 

Диктантты яҙыуҙа район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфитдинов, уҡытыусылар, ойошма хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар ҡатнашты. Башҡа райондаштарыбыҙ Еңеү диктантына онлайн форматта ҡушылды.

- Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күпме йылдар үтте, әммә ул килтергән яралар һаман онотолмай. Ошонда ултырған һәр беребеҙҙең олатайҙары, яҡындары һуғышта ҡатнашҡан, илебеҙгә Еңеү килтерергә үҙ өлөшөн индергән. Беҙ улар алдында баш эйергә, фронтта  һәм ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән туғандарыбыҙ тураһында иҫтәлектәрҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Бөгөнгө ҡатмарлы ситуацияла шул ваҡыттағы яуланған Еңеү беҙгә үрнәк булып тора. “Еңеү диктанты” тап ошо тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында уҙғарыла ла инде, - тине район хакимиәте башлығы сараны асып.

Эште башҡарыуға 45 минут ваҡыт бирелде. Диктантты яҙыусылар Бөйөк Ватан һығышы темаһына арналған 25 һорауға яуаптарын яҙҙы. 

 

 

 

Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!
Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!
Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!
Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!
Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!
Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!
Онотмаҫ өсөн, белергә кәрәк!
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: