Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2023, 08:00

Хөрмәтле райондаштар!

Барығыҙҙы ла Изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайым!

Хөрмәтле райондаштар!
Хөрмәтле райондаштар!

Барығыҙҙы ла Изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Ураҙа ғәйете менән ихлас ҡотлайым!

Бөтә донъя мосолмандары өсөн Ураҙа байрамы рухи таҙарыныуға, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә ынтылыуҙы һынландыра, бер-беребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы, кешелекле булырға өйрәтә. Был тәрбиә мәктәбе йәмғиәтебеҙҙең рухи камиллығын формалаштыра һәм, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен яҡшыртыуҙа бик мөһим роль уйнай.

Ислам донъяһындағы изге айҙарҙың береһе үтһә лә, яҡты уйҙарыбыҙ, ниәттәребеҙ, ихласлыҡ, күңел матурлығы һаҡланып ҡалыр тип ышанам. Тотҡан ураҙалар, ҡылған доғалар, хәйер-саҙаҡалар ҡабул булһын! Һәр йортҡа йылылыҡ һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар, татыулыҡ һәм изгелек, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: