Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2023, 12:00

Байғаҙы ауыл биләмәһе нисек йәшәй?

Урындағы үҙидара көнө уңайынан Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Мәжитов Азат Ғәле улы менән ул етәкләгән биләмәнең үткән йылдағы эшмәкәрлегенә ҡыҫҡаса байҡау яһаныҡ. -Һүҙҙе демографиянан башлайыҡ әле...-Тыуымдың үҫеше йәки кәмеүе йылдарҙы сағыштырғанда күренә. Был йәһәттән ҡыуаныслы ғына статистика күҙәтелә. Мәҫәлән, 2021 йылда ике ауылда – Яңы Усман менән Байғаҙыла бергә барлығы 5 бала тыуһа, 2022 йылда ике ауылда ла 5-әр сабый донъяға килгән. Төрлө уҡыу йорттарында 35 студентыбыҙ белем ала: уларҙың 11-е – вузда, 24-е төрлө урта махсус уҡыу йорттарында һөнәр үҙләштерә.

Байғаҙы ауыл биләмәһе нисек йәшәй?
Байғаҙы ауыл биләмәһе нисек йәшәй?

-Халыҡҡа бесән эшләү өсөн сабынлыҡтар етәме?
-Ер бар ул. Тик сабынлыҡтарҙы мәлендә документлаштырыу мәсьәләһе ауыр бара. Ошо мәсьәлә хаҡында йыл һайын һөйләп, аңлатып торабыҙ, халыҡ һаман аңлап етмәйме, аңларға теләмәйме – яй ҡуҙғалалар. Был бигерәк тә Байғаҙы ауылы халҡына ҡағыла. Ни эшләп сабынлығығыҙҙы документлаштырмайһығыҙ, тип һораһаң, мин ул ерҙе электән сабам, уны кем алһын ул, тип яуаплайҙар.
Йыл башына Байғаҙыла 9 кеше генә сабынлығын документлаштырған ине. Шул уҡ ваҡытта күрше ауылдарҙан беҙҙең ерҙәрҙе һораусылар, хатта сабынлыҡ алыусылар булып тора. Үҙебеҙҙең район кешеләре генә түгел, сит район кешеләре лә беҙҙең документлаштырылмаған ерҙәрҙе (сөнки улар буш ятҡан ерҙәр булып күренеп тора) документлаштырып алырға мөмкиндәр.

Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 16-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: