+12 °С
Болотло
Ҡотлау телмәре менән район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы М. Ғүмәров сығыш яһаны.
Ифтар намаҙында 150 кеше, шул иҫәптән 15 бала ҡатнашты. Ауыл имамдары ураҙа тотоусы ҡатын-ҡыҙҙарҙы алып килгән ине.
Ифтарҙы ойоштороусы-ларҙың береһе Клара Сафина әйтеүенсә, өҫтәл матур булһын өсөн бихисап кеше ихлас тырышҡан. Ураҙа тотоусыларҙы яҡшы итеп ашатыу өсөн аш-һыу оҫталары барлыҡ тырышлыҡтарын һалған. Миңзифә һәм Гөлүзә Кәримовалар Белорет ҡалаһынан аҙыҡ-түлек алып ҡайтҡандар, Вәзирә Ҡурамшина, Зәкиә Йәнғужина, Мөхәббәт Хоҙайназаровалар аш-һыу бешергәндәр, йәш мөслимәләрҙең “Тәслим” төркөмө өҫтәлдәрҙе матур итеп биҙәгән.
Тулыраҡ "Таң" гәзитенең 16-сы һанында уҡығыҙ.