Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Апрель 2023, 16:15

Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне

Район мәҙәниәт һарайында "Милләт йөҙө-милли кейем" исемле сара үтте.

Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне

Сарананың тәүге өлөшөндә ҡатын-ҡыҙҙарҙың Бөрйән ерлегендә һаҡланған милли биҙәүесе - селтәрҙе эшләү буйынса "Боронғонан ҡот алып" исемле марафонда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү булды. Уларға мәҙәниәт бүлегенең дипломдары тапшырылды.

Артабан сарала ҡатнашыусылар район оҫтабикәләре Әлфинә Ғәбиҙуллина менән Таңһылыу Ғимранованың ҡул эштәренән торған күргәҙмә ҡараны.

«Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсында 1-се урынды яулаған Әлфинә Ғәбиҙуллинаның эштәре барыһын да һоҡландырҙы. Филология фәндәре кандидаты Әлфинә Таһир ҡыҙы башҡорт биҙәүестәрен башта теорияла өйрәнгәне, аҙаҡ төрлө марафондарға ҡушылып, белемдәрен практикала ҡуллана башлауы тураһында һөйләне. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо биҙәүестәрен дөрөҫ һәм шартына тура килтереп эшләргә тырыша икән ул. Сарала ҡатнашҡан һәр кем уның бер генә йыл эсендә эшләгән әллә күпме биҙәүестәрен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Сифатлы материалдан, көмөш тәңкәләр ҡулланып боронғоға тура килтереп эшләгән биҙәүестәренән ысынлап та матурлыҡ, зауыҡ бөркөлөп тора. Райондың башҡа оҫтабикәләре уға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.

Сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Таңһылыу Ғимранова стилләштерелгән бәләкәй селтәрҙе нисек дөрөҫ эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләне. Марафонда ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар уға рәхмәттәрен еткерҙе.

Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Оҫталар милли кейем көнөн билдәләне
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: