Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2023, 11:45

Рәсәйҙә МРОТ өс мең һумға арттырыла

Минималь эш хаҡы күләме даими үҙгәреп тора. Әйтәйек, 2022 йылда ул ике тапҡыр — 1 ғинуарҙан һәм 1 июндән арттырылды. Ә тотош 3000 һумға ҡасан арттыра һуң?

Рәсәйҙә МРОТ өс мең һумға арттырыла
Рәсәйҙә МРОТ өс мең һумға арттырыла

2024 йылдың 1 ғинуарынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 19 мең һумдан ашыу була.  Дәүләт Думаһында ошо турала закон проекты әҙерләнгән.

Әле МРОТ — 16 мең 242 һум. Депутаттар уны өс меңгә — 19 242 һумға тиклем арттырырға тәҡдим итә. Был сумма Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы менән килешелгән.

Минималь эш хаҡы күләме даими үҙгәреп тора. Әйтәйек, 2022 йылда ул ике тапҡыр — 1 ғинуарҙан һәм 1 июндән арттырылды. 2022 йылдың башында хеҙмәткә түләүҙе арттырыу тураһында ҡарар пандемияға бәйле сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып ҡабул ителде. Йыл аҙағына хәл үҙгәрҙе, санкцияларҙың граждандарҙың именлегенә йоғонтоһон иҫәпкә алып, сумма арттырылды.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен 18,5% индексациялауҙары тураһында хәбәр иткәйне.

https://bash.bashinform.ru/news/economy/2023-04-19/r-s-y-mrot-s-me-um-a-arttyryla-3225990

 

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: