Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Март 2023, 14:25

Граждандарҙы ҡабул итеү

Башҡортостан Республикаһының суд приставтары халыҡҡа хоҡуҡи һәм консультацион ярҙам күрһәтеү маҡсатында 30 мартта һәм 6 апрелдә граждандарҙы ҡабул итеү үткәрә.

30 мартта башҡарма производство сиктәрендә бурыслыларҙың йәшәү минимумын һаҡлау мәсьәләләренә, 6 апрелдә алимент түләү мәсьәләләренә һәм балалар мәнфәғәттәренә ҡағылышлы башҡарма производстволарҙың башҡа категорияларына айырыуса иғтибар бүленәсәк.

Шулай уҡ суд приставтары граждандарҙың башҡа көнүҙәк һорауҙарына ла яуап бирәсәк. Мәҫәлән, әгәр коллекторҙар хоҡуҡтарын боҙһа, ни эшләргә, социаль түләүҙәрҙе нисек яҡлау һәм нисек үҙҙәрен суд приставтары тип таныштырған мутлашыусыларҙан алданмаҫҡа тигән һорауҙар, суд ҡарарҙары буйынса үтәлмәгән йөкләмәләр менән бәйле сикләүҙәр, бурыстарҙы ҡаплау ысулдары, алимент түләтеү буйынса башҡарма эштәр сиктәрендә бурыслыларҙы эшкә урынлаштырыу, өйҙән сыҡмайынса суд приставтары менән  эш итеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Граждандарҙы ҡабул итеү 30 мартта һәм 6 апрелдә «Минең документтарым» күп функциялы үҙәге офисында үтәсәк.

Адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 80, (10.00-15.00);

Үҙең менән шәхесте йәки вәкәләттәрҙе раҫлаған документ алып килергә кәрәк. Алдан яҙылыу талап ителмәй.

Граждандарҙы ҡабул итеү
Граждандарҙы ҡабул итеү
Автор:
Читайте нас: