Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2023, 12:00

Ише менән, эше менән гөрләп йәшәй Фәриҙә

Уҙған тормош юлдарына тартынмай баһа бирерлек юбилейҙарына эйә 63-тәр быйыл беҙҙең Килдеғолда үҙҙәре бер ҙур табынлыҡ, ситтә йөрөгәндәрен дә ҡушһаң, егермегә етә. Йәштәштәр, класташтар, дуҫтар, бер-береһенә таяныстар. Улай ғына ла түгел, йылдаштар араһында бер-береһенә мөхәббәтле булып, яратышып өйләнешеп, матур ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ил инәһе һәм абруйлы аҡһаҡал дәрәжәһенә күтәрелгән парҙар ҙа бар. Улар: Хәсибә менән Рәсих Вәлиевтар һәм Фәриҙә менән Радик Ҡорманғоловтар. Бөгөн һүҙем Ҡорманғоловтар тураһында.

Ише менән, эше менән  гөрләп йәшәй Фәриҙә
Ише менән, эше менән гөрләп йәшәй Фәриҙә

Фәриҙә лә, Радик та яман ғәҙәттәр һис яҡынлай алмаған, әхлаҡи сифаттар өҫтөнлөк тотҡан иманлы йорттарҙа, тәүфиҡлы, эшлек-ле, кешелекле ғаиләләрҙә тәрбиә алғандар. Ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре һуғыштан алдағы, һуғыш осорондағы, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы ауыр һәм ҡатмарлы тормош юлын үткән кешеләр. Фәриҙәнең олатаһы — әсәһенең атаһы Яхин Мәхмүтдин репрессия тотҡоно булып ыҙа сиккән, ә атаһының атаһы Искужин Муса һуғыштан III дәрәжә “Дан” ордены һәм ауыр яралар менән ҡайтҡан. Радиктың олатаһы, әсәһенең атаһы, ауылға нигеҙ һалған Килдеғолдоң ейәне Ғарифулла Килдеғолов менән атаһының атаһы Усманов Муса һуғышта һәләк булғандар. Фәриҙә менән Радик ата-әсәләренең бала саҡтарынан тормоштоң барлыҡ михнәттәрен, аслығын да, яланғаслығын да үҙ баштарынан үткәреп, түҙеп торғоһоҙ ҡыйынлыҡтарҙы, аһ-зарҙы күп күреүҙәрен, кисереүҙәрен һәм уларҙы еңеп сығырлыҡ үҙҙәрендә көс табып, һынмай-һығылмай, тырышып-тырмашып ғүмер уҙғарыуҙарын бик яҡшы аңлайҙар.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 10-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:М. ФӘЙЗУЛЛИН.
Читайте нас: