Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март , 15:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Ике янғын теркәлгән. Мораҙымда өй янған, Аҫҡарҙа һарай (мал аҙбары) янып киткән.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Демография
Бер аҙна эсендә 4 сабыйҙың тыуыу тураһында таныҡлығы тултырылған. Никахтар, айрылышыуҙар теркәлмәгән. 5 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Ике янғын теркәлгән. Мораҙымда өй янған, Аҫҡарҙа һарай (мал аҙбары) янып киткән.

02 хәбәр итә
9-16 мартта район бу-йынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 34 мөрәжәғәт теркәлгән. Улар иҫәбендә янғын (2), техникаға механик зыян килгән юл-транспорт ваҡиғаһы (2), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (3), бәлиғ булмағандарҙы енәйәт ҡылыуға йәлеп итеү (2), кеҫә телефоны юғалтыу (1), ғаилә низағы (3), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1), урамда талау (1), урлашыу (1), ата-әсәлек бурыстарын үтәмәү (1), гражданиндың административ күҙәтеүҙән тайҡалап йөрөүе (1) һәм башҡалар бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 96 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 72. 2 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас в