+9 °С
Болотло
Әбделмәмбәттә йәшәүсе Фәрзәт ағай Ҡаһармановтың бер әтәсе шулай йәйен һоро, ҡышын аҡ икән...
-Былтырғы йәй төрлө кешеләрҙән тауыҡ йомортҡаларыйыйып, 5 тауыҡтан баҫтырғайныҡ. Араһында бер ҡыҙыҡ тоҡомло әтәс барлыҡҡа килде. Ҡыш яҡынлашҡас, һоро төҫтәге әтәсебеҙ ағарып китте. Әле, яҙ еткәс, яйлап кире һор төҫкә әйләнә башланы.
Иртә аҡ төҫөн ташланы, моғайын йәй иртә килер ул, - ти әтәс хужаһы.
Бына хикмәт! Бәлки, һеҙҙә лә шулай “йәйен һоро, ҡышын аҡ” тауыҡ йәки әтәс барҙыр?..