Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2023, 14:00

УРАҘАҢ ҠАБУЛ БУЛМАЙ, ТИҘӘР...

Танышым, мине борсоуға һалып, намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул булмай, тине. Ошо дөрөҫ микән? Берәй ғилемле кеше яуап бирһә ине...

УРАҘАҢ ҠАБУЛ БУЛМАЙ, ТИҘӘР...
УРАҘАҢ ҠАБУЛ БУЛМАЙ, ТИҘӘР...

Һорау:
Мин инде бер нисә йыл рәттән рамаҙан айындағы фарыз ураҙамды тотам. Тик намаҙға баҫмағанмын әле. Яңыраҡ бер танышым менән осрашып, хәл-әхеүәл белешеп, тормош-көнитмеш хаҡында һөйләшеп торҙоҡ та, мин уға ураҙа тотоуым, әммә әлегә намаҙ уҡымауым хаҡында әйттем.
Танышым, мине борсоуға һалып, намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул булмай, тине. Ошо дөрөҫ микән? Берәй ғилемле кеше яуап бирһә ине...

Һорауға яуап – районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Хәсән хәҙрәт Зариповтан.

Яуап:
Намаҙ уҡымаған кешенең ураҙаһы ҡабул булмай, тигән нәмә юҡ. Ул кеше исламдың биш нигеҙенең -терәгенең (шәһәҙәт, намаҙ, Рамаҙан айында ураҙа тотоу, зәкәт, хаж) береһен генә үтәне һәм ошоноң өсөн тейешле әжер-сауаптарын аласаҡ, ә намаҙ уҡымаған өсөн уға гонаһ яҙыла бара (көндәлек 5 ваҡыт намаҙ өсөн, сөнки 5 ваҡыт намаҙ беҙгә Ҡөрьән аяты менән бойоролдо һәм фарыз ғәмәлдән (мотлаҡ үтәй торған) һанала )һәм бының өсөн ҡәберҙә, ҡиәмәттә яуап тотасаҡ.
Ураҙа тотоу ҙа, намаҙ уҡыу ҙа беҙгә, мосолмандарға Ҡөрьән аяттары менән бойоролғас, мотлаҡ үтәргә тейешбеҙ. Үтәмәһәк, гонаһ була, үтәһәк, сауап яҙыла һәм өҫтән бурыс төшә.
Исламдың 5 терәге-нигеҙе бар, тинек. Беренсе шартын үтәп, аҡыл менән аңлап, Аллаһтың барлығын, берлеген танып, Ул ғына табынырға лайыҡлы берҙән-бер иләһ икәнен аңлап, инанып, йөрәктәге ихласлыҡ менән шәһәҙәт (шахада) әйтһәк (телебеҙ менән) беҙ инде мосолман булабыҙ. Мосолман өҫтөнә бурыс булып ҡалған 4 терәк (намаҙ, фарыз ураҙа, зәкәт, хаж) ята.
Кеше ошо терәктәрҙең береһен һаулығы , аҡылы, форсаты, матди мөмкинлеге булмау сәбәпле үтәй алмай икән – быныһы икенсе мәсьәлә һәм уларға ла диндә аңлатмалар бар.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: