Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Март 2023, 14:35

Алдағы ике көндә йылыта, тиҙәр синоптиктар

Яуым-төшөм дә күҙаллана әле.

Алдағы ике көндә йылыта, тиҙәр синоптиктар
Алдағы ике көндә йылыта, тиҙәр синоптиктар

Башгидромет мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн, 9 мартта, бер аҙ ҡар, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, ағастарға епшек ҡар һырыуы фаразлана. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -1, +4 градус.

Йома, 10 мартта, республикала бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, -6, көндөҙ -1, +4 градус.

Шәмбе, 11 мартта, ҡар һәм епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә һәм көндөҙ -3, +2 градус.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 9-11 мартта уртаса һауа температураһының норманан 3-5 градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-03-09/alda-y-k-nd-r-respublikala-yylyta-3170179

 

Алдағы ике көндә йылыта, тиҙәр синоптиктар
Алдағы ике көндә йылыта, тиҙәр синоптиктар
Автор:
Читайте нас: