Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2023, 09:10

Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән

Килдеғол мәктәбе уҡытыусылары Шүлгән мәмерйәһенә, музейына ҡышҡы сәйәхәт ҡылып, донъяға өр-яңынан тыуғандай булып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтҡандар.

Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән
Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән

Үткәндә, февраль ҡатыш март бурандары ажғырып, "ныҡлап яҙ килмәҫ элек яуып ҡалайым", тигән кеүек, ҡары уҡмашып-уҡмашып өҙлөкһөҙ яуып торған бер көнө беҙ,Килдеғол мәктәбенең уҡытыусы ҡатын-ҡыҙҙары, үҙебеҙҙең йәнтөйәгебеҙ Мәккәһе Шүлгәнташҡа барып ҡайттыҡ.

Иң тәүҙә шул һөйөндөрҙө – Шүлгәнташта - тыныслыҡ, йәйгеһенге һымаҡ ығы-зығылыҡ юҡ, әйтерһең дә, мөғжизәле был донъялыҡта тик беҙ - туғыҙыбыҙ ғына ла, унан беҙҙе ҡаршылаусы һәм оҙатыусылар: музей менән таныштырыусы һәм мәмерйәгә алып инеүселәр генә.

 Музей - иҫ киткес, заманса төҙөлгән моһабәт һарай-дворец эсендәге экспонаттар, стеналағы һүрәттәр аша үҙең дә һиҙмәҫтән, алыҫ тарихи үткәндәргә, боронғолоҡҡа инеп юлығаһың. Эксурсоводҡа ҙур рәхмәт, мәмерйәнең тарихы буйынса беҙгә ысын мәғәнәһендә мастер-класс күрһәтте, күп тарихҡа күҙебеҙҙе асты.
Экскурсиябыҙҙың икенсе өлөшө -данлыҡлы мәмерйәбеҙгә барыу һәм инеү ине. Шығыр-шығыр ҡарлы юлдан, күңелле һөйләшә-көлөшә саҡырымдай араны йәйәүләп үткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.
Ҡышҡы мәмерйәлә үҙенсәлекле һиллек, матурлыҡ һәм әкиәти серлелек. Мәмерйәнән рухи яңырып, сафланып сыҡҡандай тойҙоҡ үҙебеҙҙе.
Ҡояшһыҙ, ҡарлы-буранлы көнөбөҙ кәйефебеҙҙе саҡ ҡына ла ҡырманы, киреһенсә, ишеткән-күргәндәребеҙҙән иҫ киткес тәъҫораттар алып, ҡыуанышып, шау-гөр килеп, сәйәхәттән күңелле йөрөп ҡайттыҡ, - тип хәбәр итә уҡытыусы Иркә Уразбай ҡыҙы Фәйзуллина.

Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән
Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән
Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән
Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән
Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән
Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән
Ҡышҡы Шүлгәнташ хайран иткән
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: