Ҡыҙ күңеле - йыл миҙгеле,
Миҙгелдәрҙә - йәмлелек.
Ил-йорт күрке - ҡыҙҙар үҫһен,
Тормош булһын мәңгелек.
Ҡыҙ кеше - илаһи зат, нурлы гөл дә, наҙлы ҡояш та, саф шишмә лә ул. Юҡҡа ғына ла яҙ башында ҡатын-ҡыҙҙар көнөн билдәләмәйҙәрҙер.
Ошо уңайҙан Ҡотан башланғыс мәктәп- балалар баҡсаһында береһенән-береһе сибәр ҡыҙҙар өсөн "Һылыуҡай" конкурсы үткәрелде. Ҡыҙҙар үҙ-ара уңғанлыҡта, зирәклектә, тапҡырлыҡта ярыштылар.
Һәр һылыуҡай үҙе менән бик үҙенсәлекле итеп таныштырып сыҡҡандан һуң прическа эшләү, мода күрһәтеү конкурстарында ҡатнаштылар. Үҙҙәре эшләгән ҡул эштәре менән таныштырып, был әйберҙәрҙе нисек итеп эшләү серҙәре менән дә бүлештеләр. Бик оҫта итеп реклама ла күрһәттеләр.
Лилиә Миңлеғәли ҡыҙы менән Әлиә Сәлимйән ҡыҙы һылыуҡайҙарҙың сығыштарын баһалап, һәр ҡыҙҙы номинациялар менән билдәләп үттеләр:
Нурия Нәҙершина -"Мисс мөләйемлек", Алтынай Каляева - " Мисс грация", Дилара Ғәҙелшина - "Мисс тыйнаҡлыҡ", Гөлшат Сирбаева -"Мисс һөйкөмлөлөк".
Конкурс ҡыҙҙарҙың заманса бейеүе менән тамамланды. Ә егеттәр һылыуҡайҙарҙың сығыштарын алҡыштар менән оҙата барҙы һәм уларға матур ҡотлау һүҙҙәрен бүләк иттеләр.