Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Март , 12:10

Тоғро эттең яҙмышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә...

Төмән ҡалаһы янында эткә һәйкәл ҡуйғандар. Уның тоғролоғо алдында баш эйергә ҡала... Тулыраҡ (һәм фотолар) – сайтта.

Тоғро эттең яҙмышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә...
Тоғро эттең яҙмышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә...

Төмән ҡалаһы янында үҙенең һәләк булған хужаһын юл буйында 13 йыл буйы көткән эткә һәйкәл ҡуйғандар.

2009 йылда Хатико исемле эттең хужаһын - пенсионерҙы бер түрәнең кортежы төкөп китә. Ир кеше алған яраларынан урында уҡ йән бирә. Был ваҡытта эт хужаһы янында була. Хужаһын тиҙ ярҙам машинаһы алып киткәс тә ул ваҡиға урынында уны көтөп ҡала.
Кешеләр нисек кенә тырышып ҡарамаһын, эт барыбер хужаһы һәләк булған урындан китмәгән. Ахыры, урындағы халыҡ, эттең һайлап алған яҙмышына күнеп, шул урынға уға будка ҡуйып, ашарға һалып тора башлағандар.
Эт шул рәүешле юл ситендә – хужаһы һәләкәткә осраған урында 13 йыл йәшәгән. Ул үлгәс, кешеләр Хатикоға һәйкәл ҡуйырға ҡарар иткәндәр.

Т. Баһауетдинова әҙерләне.

Тоғро эттең яҙмышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә...
Тоғро эттең яҙмышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә...
Тоғро эттең яҙмышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә...
Тоғро эттең яҙмышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә...
Тоғро эттең яҙмышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә...
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас в