“Бер нисә секунд һәм мин барыһын да юғалттым: өйөмдө лә, иремде лә, балаларымды ла... Бары бер нисә секунд эсендә генә.
Ә быға тиклем мин байтаҡ йылдар үҙемде бер нәмәһеҙ һәм кешенән кәммен тип йөрөгәйнем. Өйөмдәге иҫке йыһазға ҡарап, уны социаль селтәрҙә күргәндәрем менән сағыштырып, минең бер нәмәм дә юҡ, тип уйлап, нервымды бөтөрҙөм.
Мин аңланым, ләкин һуңыраҡ. Баҡтиһәң, мин Аллаһтың мөхәббәтендә ҡойонған булғанмын...
Тормошто яратығыҙ. Әле үҙегеҙ йәшәгән өлөшөгөҙҙө яратығыҙ. Балаларығыҙҙы яратығыҙ. Һәм һәр ваҡыт рәхмәтле булығыҙ.
Мин бер мәлгә генә үҙемдең өйөмә әйләнеп ҡайтып, балаларымды ҡосаҡлап яратырға теләр инем...
Ә һеҙ аңлайһығыҙмы секунд эсендә бер нәмәһеҙ, ғаиләһеҙ ҡалыуҙың нимә икәнен, ошо мәлдән һинең өйөң юҡ, һин япа-яңғыҙ икәнен...
Был донъяла үҙ өйөңдәге рәхәтлеккә һәм ғаиләңә еткән бер нәмә лә, бер ниндәй рәхәтлек тә юҡ...
Барыһы өсөн дә Аллаһҡа рәхмәт...”
Уйландырырлыҡ һүҙҙәр. Барҙың ҡәҙерен беләйек, дуҫтар. Тормош мәл генә...