Ватанды һаҡлаусылар көнө Рәсәй халҡының данын, Тыуған илебеҙҙең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаусы яугирҙәрҙең батырлығына дан йырлаусы байрамдарҙың береһе. Был көндә беҙ Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыныслыҡ яулап, фашизмды еңеүгә өлгәшкән ветерандарҙы, яугир-интернационалистарҙы, илебеҙҙән ситтә “утлы нөктә”ләрҙә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан һәм шулай уҡ бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла, әрме сафтарында булыусы ир-егеттәрҙе тәбрикләйбеҙ.
Улар патриотик рух, көс һәм батырлыҡ өлгөһө, илебеҙҙең яҡты киләсәге һәм ышанысы. Ватаныбыҙҙың именлеге һәм тыныслығы өсөн тороусы яҡташтарыбыҙҙың булыуы менән ғорурланабыҙ һәм уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерҙәрен аямаған ир-егеттәрҙе онотмайбыҙ, уларҙың батырлыҡтары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ.
Ошо байрам көнөндә Тыуған илдең терәге, яҡындарының ышаныслы таянысы булған ир-егеттәргә ныҡлы һаулыҡ, һәр ғаиләгә бәхет һәм татыулыҡ, рух ныҡлығы һәм барлыҡ эштәрендә уңыштар теләйем!