Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль , 16:00

Һәр яҡтан да өлгөр ул

Хәсәнова Фәйләрә Бәхтинур ҡыҙы Мәһәҙей ауылында фельдшер булып эшләй. 1990 йылда БДМУ эргәһендәге Өфө медицина училищеһының “дауалау эше” бүлеген тамамлап эш башлаған медик ғүмере буйы бер урында тир түкте.

Һәр яҡтан да өлгөр ул
Һәр яҡтан да өлгөр ул

Өфө медицина училищеһында фельдшерлыҡ йүнәлешендә белемен камиллаштырған. Фельдшер ауылда киң профилле һөнәр эйәһе икәнен аңлап, массаж эшләү серҙәренә лә төшөнгән, гирудотерапия (һөлөк ҡуйыу) буйынса ла белем алған.
Бөгөнгө көндә ул 33 йыллыҡ эш стажы булған тәжрибәле белгес.
Тап Фәйләрә Бәхтинур ҡыҙының тырышлығы менән Мәһәҙей фельдшер-акушерлыҡ пункты районда иң яҡшылар иҫәбендә. ФАП-та эш юғары кимәлдә ойошторолған. Үҙ ваҡытында лицензиялау үтеп тора. Инфекцион контроль һәм хәүефһеҙлек йәһәтенән дә эшенә тел тейҙерерлек түгел. Санитар-гигиена нормалары режимы теүәл үтәлә.
5 йылдан артыҡ инде ул етәкләгән ФАП участкаһында йоғошло ауырыуҙар таралыуына юл ҡуйылмай. Эшенең төп йүнәлеше – сирҙәрҙе иҫкәртеү. Ул даими рәүештә мәктәп, балалар баҡсаһына йөрөй, ауыл халҡын да иғтибар үҙәгендә тота.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Р. Мөхәмәтйәнова, район үҙәк дауаханаһы лабораторияһы мөдире, район медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитеты рәйесе.
Читайте нас в