Йәмғиәт
22 Февраля 2023, 09:00

Ҡотлайбыҙ! “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”

2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” номинацияһында район Советы һәм хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡотлайбыҙ! “Һөнәре буйынса  иң яҡшыһы”Ҡотлайбыҙ! “Һөнәре буйынса  иң яҡшыһы”
Ҡотлайбыҙ! “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”

Әлибакова Флүрә Мөҙәрис ҡыҙы – Бөрйән район үҙәк дауаханаһының участка табип-педиатры;

Аллабирҙина Хәфизә Сабирйән ҡыҙы – Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығының кадрҙар буйынса белгесе;

Билалов Рөстәм Шамил улы – 73-сө янғын һүндереү бүлегенең ҡарауыл начальнигы;

Баймырҙина Рәүилә Сәйфулла ҡыҙы – Тимер ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе;

Вәлиев Фәзит Искәндәр улы – “Алағуян” муниципаль унитар предприятиеһы водителе;

Ишемова Әлфиә Басир ҡыҙы – Байназар урта мәктәбенең Мәһәҙей филиалының мәктәпкәсә төркөмө тәрбиәсеһе;

 

Ишбулатова Айгөл Әнүәр ҡыҙы – Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктең Иҫке Собханғол бүлексәһе мөдире;

Ҡаһарманов Рауил Абдулхаҡ улы – Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Ғәлиәкбәр филиалы уҡытыусыһы;

Ҡурамшин Камил Бәғәҙәт улы – “Урмансылыҡтар менән идара итеү” ойошмаһының “Бөрйән урмансылығы” бүлегенең урманды һаҡлау һәм яҡлау буйынса инженеры;

Салауатов Айрат Зиннур улы – Байназар ауыл биләмәһе башлығы;

Сәйәхов Фәнис Мотаһар улы – “Сәйәхов” исемендәге крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе;

Хәйбуллина Маргарита Ришат ҡыҙы – “Атайсал” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең Исламбай ауылы буйынса социаль хеҙмәткәре.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.