Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Февраль , 15:00

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҙурланды

Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортонда «Ҡояш булып балҡый һинең исем уҡыусыңдан ҡалған һәр эҙҙә!» тигән исем аҫтында Педагог һәм остаз йылын асыу тантанаһы үтте.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҙурланды
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре ҙурланды

Кисәгә ауылыбыҙҙың ветеран уҡытыусылары, мәктәп коллективы саҡырылды. Кисә йыр-моң, төрлө бейеүҙәр менән аралашып барҙы.

Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәжитов уҡытыусыларҙы ихлас тәбрикләне. Мәҙәниәт йорто етәксеһе Шәфҡәт Мәзитов йор һүҙҙәре менән дәртләндереп, ауыл хакимиәте һәм мәҙәниәт йорто исеменән «Сәнғәт донъяһында ҡайнап йәшәүсе» һәм «Мәҙәниәт тормошона тос өлөш индереүсе» тигән эстәлек менән грамоталар тапшырҙы.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 8-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас в