Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 16:50

"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"

Студенттар көнө уңайынан Өфө ҡалаһындағы Бөрйән студенттары һәм йәштәре берлеге рәйесе йәштәргә ошондай теләктәрен еткерҙе. 

"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
-Уҡыуҙа ла, башҡа өлкәләрҙә лә һәр ваҡыт өлгөр булыуҙарын, студент йылдарын һағынып иҫкә алырлыҡ итеп күңелле һәм иң мөһиме файҙалы үткәреүҙәрен, ваҡыттарын бушҡа әрәм итмәүҙәрен теләйем. Бөгөнгө көндә студент актив, тырыш, яуаплы булырға, үҙен һәр өлкәлә һынап ҡарарға тейештер,- ти Байназар ҡыҙы Илүзә Һатыбалова.
 
Мәктәпте миҙалға тамамлаған тырыш ҡыҙ БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының 5-се курсында уҡый. Төрлө конкурстарҙа, бәйгеләрҙә ҡатнашып байтаҡ ҡына уңыштарға өлгәшкән ул.
 
Уҙған йылда Илүзәне Бөрйән студенттары һәм йәштәре берлеге рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ойошма үҙенә унға яҡын актив егеттәр һәм ҡыҙҙарҙы туплаған. Улар Өфөлә уҡып һәм эшләп йөрөгән Бөрйән йәштәре өсөн төрлө саралар уҙғара. Бергәләп форумдарҙа, акцияларҙа ҡатнашалар, осрашыу уҙғаралар, бергә ял итәләр, күңел асалар. Бөгөнгө байрам уңайынан да осрашып, һырғалаҡта шыуырға планлаштырғандар. 
- Төп маҡсатыбыҙ - Өфөләге яҡташтарыбыҙҙы бер урында туплау, таныштырыу һәм бер-беребеҙгә ярҙам итеү. Беҙҙең студенттар ысынлап та бар яҡлап та үҫешергә, камиллашырға тырыша. Артабан да шулай булып ҡалһындар, - ти Илүзә.
 
"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
"Йәш саҡта тырыш булһаң, Ҡарт саҡта тыныс булырһың!"
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: