Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ғинуар 2023, 09:05

Аэропортта булған хәл

Бер ҡыҙ аэропортта үҙенең рейсын көткән. Әммә рейсы тотҡарланған һәм уға бер нисә сәғәт буйына самолет көтөргә тура килгән. Ул, ваҡыт үткәрергә тип, китап, бер пакет печенье һатып алып, креслоға барып ултырған. Эргәһендә бер буш ултырғыс, унда печенье пакеты һалынған, ә киләһе креслола бер ир журнал уҡып ултырған.

Аэропортта булған хәл
Аэропортта булған хәл

Ҡыҙ печенье алған, ир ҙә алған! Ҡыҙ көйөп киткән, ләкин бер ни әйтмәгән һәм уҡыуын дауам иткән. Ҡыҙ печенье алған һайын ир ҙә алыуын дауам иткән. Ул ярһып киткән, ләкин тулы аэропортта ғауға ойошторорға теләмәгән.

 

Бер генә печенье ҡалғас, ул: «Ҡыҙыҡ, был битһеҙ нимә эшләр икән?» - тип уйлап ҡуйған. Уның уйын белгәндәй, ир печеньены урталай һындырған да, ҡарамай ҙа ҡыҙға һуҙған. Был һуңғы сик ине! Ҡыҙ торған да, әйберҙәрен йыйып китеп барған.

Һуңыраҡ, ул самолетҡа ултырғас, күҙлектәрен алыр өсөн сумкаһын асып ебәргән, ә унда – печенье ҡапсығы! Ул үҙенең печенье ҡапсығын сумкаға һалғанын иҫенә төшөргән. Оятһыҙ тип һанаған кеше, уға бер тамсы ла асыу күрһәтмәйенсә, яҡшылыҡтан үҙенең печеньеһы менән уртаҡлашҡан. Ҡыҙға шул тиклем оят булған, әммә ғәйебен төҙәтеү мөмкинлеге генә булмаған.

 

Асыуланыр алдынан, уйлағыҙ, һеҙҙең хаҡһыҙ булыуығыҙ ихтимал!

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: