Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Ғинуар 2023, 12:15

Оҫта ҡулдарына күҙ эйәрмәй

Рәйсә Ҡаһарманова тыуҙырған матурлыҡҡа һис кенә лә битараф ҡалып булмай. Уның ҡул эштәре – өйөнөң генә түгел, ауылдың да йәме. Оҫтабикә башҡорт милли кейеменең иң сағыу өлөштәрен – түшелдеректәр, ҡашмауҙар эшләй. Уның тилбер ҡулдары ғәҙәти туҡыманан, тәңкә һәм сәйләндән ысын мөғжизә барлыҡҡа килтерә. Ҡатын-ҡыҙ өсөн һөнәр бер ваҡытта ла артыҡ булмай. Тегеү, сигеү, энә, ырғаҡ менән бәйләү булһынмы - ҡул эштәренең ниндәйенә тотонһа ла булдыра.

Оҫта ҡулдарына күҙ эйәрмәй
Оҫта ҡулдарына күҙ эйәрмәй

-Бәләкәй саҡтан теген машинаһы тураһында хыялландым. Килен булып төшкәс, хыялым тормошҡа ашты. Мине бер ваҡытта ла махсус өйрәтеп йәки
өйрәнергә өгөтләп ултырыусы булманы, үҙ теләгем көслө булды.
Апайым Күжәлә эшләй ине, һин яңыһын алырһың әле, тип, 70 һум аҡса ҡалдырып, машинкамды алып ҡайтып китте. Бер ваҡыт магазинға 110 һумға аяҡ машинкаһы килде. Уныһын да ҡулдан ысҡындырманым. Ғүмерем буйы шул машинкамда эшләнем. Былтыр ғына яңырттым – электр машинкаһы алдым, - тип башланы һүҙен Рәйсә инәй.

Тулыраҡ - гәзит биттәрендә.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: