Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ғинуар 2023, 13:00

Бөрйән халҡы тағы бер батыры менән хушлашты...

Бөрйән халҡы Украинала барған махсус хәрби операция ваҡытында батырҙарса һәләк булған тағы бер улы – Һарғая ауылы бөркөтө Ҡасимов Тимур Йәлил улын һуңғы юлға оҙатты.

Бөрйән халҡы тағы бер батыры менән хушлашты...
Бөрйән халҡы тағы бер батыры менән хушлашты...

Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Батырҙың тыуған ауылында үткән хушлашыу митингыһында уның ата-әсәһе, туғандары, ауылдаштары, дуҫ-иштәре, Башҡортостан Республикаһының Конституция Советы рәйесе Вәлиев Хәйҙәр Арыҫлан улы, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бөрйән райондары буйынса хәрби комиссариат етәксеһе Дәүләтбирҙин Айбулат Рәис улы, район хакимиәте вәкилдәре,  район ветерандар советы рәйесе Олег Марс улы Ғәлиев, райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары, башҡа йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, тотош Һарғая, күрше-тирә ауылдары халҡы ҡатнашты.

 

Автор:А. Ғарифуллина
Читайте нас: