Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ғинуар 2023, 12:10

Сит кешегә күңелеңде асма

Бер саҡ сал сәсле аҡһаҡал янына йәш, һылыу ҡыҙ килеп баҫҡан. - Миңә нимә эшләргә? - тип илаған ул, күҙ йәштәре аша. 

Сит кешегә күңелеңде асма
Сит кешегә күңелеңде асма

- Мин һәр ваҡыт кешеләр менән изгелекле мөғәмәлә итергә, бер кемде лә рәнйетмәҫкә тырышам, ҡулымдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам.

 

Һәм барыһы менән дә яғымлы булһам да, йыш ҡына рәхмәт һәм хөрмәт урынына кешеләрҙән үпкәләүҙәр һәм әсе көлөүҙәр ишетәм. Мине асыҡтан-асыҡ дошманға тиңләйҙәр. Мин бер ниҙә лә ғәйепле түгел. Нимә эшләргә? Кәңәш бирегеҙ!

 

Аҡыл эйәһе һылыуға ҡарап йылмайған да: - Ярай, сисен дә ҡала буйлап ошондай хәлдә йөрө, - тигән. - Аҡылдан яҙҙығыҙмы! - тип асыуланған һылыуҡай. - Ундай рәүештә минән мыҫҡыл итәсәктәр, бер Аллаһ ҡына белә мине нимә эшләтерҙәрен. Шул саҡ аҡыл эйәһе ишекте асты ла өҫтәлгә көҙгө ҡуйған.

 

- Бына күрәһеңме, - тигән ул, - кешеләр алдында яланғас сығырға һин ҡурҡаһың. Ә ниңә донъя буйлап яланғас күңел менән йөрөйһөң? Ул һинең ошо ишек кеүек шар асыҡ. Шуға күрә, кемдең ялҡауы килмәй шулар һинең тормошоңа рөхсәтһеҙ инә.

 

-Миңә нимә эшләргә һуң? - тип һораған ҡыҙ. - Әйҙә, мин һиңә баҡсамды күрһәтәм, - тигән ҡарт. - Күп йылдар мин был матур сәскәләргә һыу ҡоям һәм уларҙы тәрбиәләйем. Әммә сәскә гөлләмәһенең нисек асылыуын һиҙмәй ҙә ҡалам, ә һуңынан уларҙың һәр береһенең матурлығынан һәм еҫенән ләззәт алам...

 

Һин дә сәскә кеүек бул: кешеләр алдында күңелеңде ашыҡмай, һиҙҙермәй генә ас. Ҡара, әгәр кеше яҡшы һәм һинең менән дуҫ булырға лайыҡлы икән - уға күңелеңде ас.

Ә кемдәр таждарын өҙөп, аяҡтары менән тапай, йәғни тупаҫ, тәртипһеҙ һәм рәхмәтһеҙ икән - уларҙан ҡас,  уларға бер ни менән дә ярҙам итмә, күңел ишектәреңде биклә. Һәр кемде үҙ тормошоңа индерергә ярамай.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: