Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2023, 15:05

Тиң ҡартайыу - бәхет

Яңы Монасип ауылында йәшәүсе Әнүәр һәм Шәмсикамал Көмөшбаевтар - хеҙмәт ветерандары. Тормошобоҙ етеш, бөтөн булһын, балаларыбыҙ уҡыпһөнәр алһын, тәрбиәле үҫһендәр, тигән уртаҡ маҡсат менән донъя көткән Көмөшбаевтар 60 йылға яҡын бер тормош һуҡмағынан бер һүҙле, бер уйлы булып йәнәш атлап килә.

Тиң ҡартайыу - бәхет
Тиң ҡартайыу - бәхет

-Йәш саҡта Ҡыпсаҡта фермала һарыҡ, башмаҡ көттөм. 1963 йылда кейәүгә килдем. “Ҡыҙыл таң” колхозында эшләнем. Ҡайҙа миҙгелле эштәр бар, барыһында ла йөрөнөм. Көнкүреш йорто асылғас, унда 9 йыл эшләнем. Колхоз идараһында йыйыштырыусы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Стажымды белмәйем дә, - ти 6-сы кластан хеҙмәт юлын башлаған Шәмсикамал Мазһар ҡыҙы.


Әнүәр Мырҙабай улы ла колхоз эшенән бушамаған. 40 йылдан ашыу хеҙмәт дәүерендә, үҙҙәре әйтмешләй, эшләмәгән эше ҡалмаған - тракторсы ла, тимерсе лә, малсы ла булған. Йөҙөнән сабырлыҡ, олпатлыҡ бөркөлөп торған Әнүәр бабай дин юлында.

Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә булған Әнүәр бабай менән Шәмсикамал инәй йәштәрҙән ҡалышмай донъя көтә. Татыу ғаиләнең донъяһы бәрәкәтле, ихаталарында тәртип, йорттарынан йылылыҡ, ҡот бөркөлөп тора. Бар ғүмерҙәре хеҙмәттә үткән быуын эшһеҙ тороуҙы үҙ итмәй.

Тулыраҡ - гәзит биттәрендә.

Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: