Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Ғинуар 2023, 16:45

Яҡташыбыҙ Таңсулпан Рәсүлдең фильмы халыҡ хөкөмөнә сыҡты

Үткән йылда билдәле кинорежиссер Булат Йосоповтың Киномәктәбе ойошторған "Ер һүҙе" проекты сиктәрендә, райондашыбыҙ Таңсулпан Рәсүл (Баймырҙина) режиссерлығында “Һуңғы туҡталыш” тигән ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөлдө. -Фильм туған тел, Тыуған ил кеүек кешелектең иң ҡәҙерле изге ҡиммәттәре хаҡында төшөрөлдө. Бигерәк тә бөгөнгө ҡатмарлы заманда бар кешеләргә лә, байына ла-ярлыһына ла, Тыуған ил берҙәй ҡәҙерле булырға тейеш, шуға ла йәш сикләүҙәре, башҡа айырмалыҡтар юҡ, фильм бар илһөйәрҙәргә лә арнала, - ти үҙе үк сценарий авторы ла булған Таңсулпан Рәсүл ҡыҙы.

Яҡташыбыҙ Таңсулпан Рәсүлдең фильмы халыҡ хөкөмөнә сыҡты
Яҡташыбыҙ Таңсулпан Рәсүлдең фильмы халыҡ хөкөмөнә сыҡты

Төп ролдә – Бөрйән егете Ирек Ибраһимов, Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ драма театры артисы.

Гөлфинә Вәлиева - Урман хужалығы министрлығы диспетчеры һәм янғын һүндереү тармағы инженеры, республиканың "МиссБашМодельс" агентлығы дирекция ағзаһы һәм модельеры. Ул үткән йыл Малайзияла уҙған "Мисс Азии" халыҡ-ара конкурсында республикабыҙ намыҫын яҡланы. Шулай уҡ Бөрйән ҡыҙы. Яңы Собханғол ауылынан.

Шулай уҡ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Гөлфиә Рафиҡова, гитарист, "Нектория" рок төркөмө етәксеһе Ришат Сөләймәнов, фильмдың актеры һәм режиссер ярҙамсыһы - З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының II курс студенты Мирас Үҙәнбаев, фильмдың ҡуйыусы-операторы, тауыш режиссеры. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының II курс студенты Айҙар Исхаҡов, фильмды монтажлаусы һәм тауыш операторы ҡурайсы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Фәиз Шәрипов.

Таңсулпандың тормош юлдашы, ҡурайсы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы, институттың Милли ҡоралдар оркестры етәксеһе, дирижеры  Айҙар Байтимеров - фильмдың актеры, администраторы.

Фильмдың сценарий авторы һәм режиссеры Таңсулпан Рәсүл - шағирә, журналист, Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты, быйылғы йылда Булат Йосоповтың киномәктәбендә уҡып сығып, киносценарист һәм режиссер һөнәрен алды. Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылы ҡыҙы.

Иптәше Айҙар Байтимеров менән Ихтияр һәм Ҡаһарман исемле ике ул тәрбиәләүсе декрет ялындағы әсәне – талантлы, тырыш, сәмсел Таңсулпан Рәсүл ҡыҙын кино сәнғәте өлкәһендәге тәүге аҙымы менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

“Һуңғы туҡталыш” фильмың кино сәнғәте йүнәлешендәге ижадыңда тәүге генә туҡталыш булһын. Алда яңы туҡталыштар, ижади осоштар көтөп торһон!

Т. Баһауетдинова.

 

 

 

Яҡташыбыҙ Таңсулпан Рәсүлдең фильмы халыҡ хөкөмөнә сыҡты
Яҡташыбыҙ Таңсулпан Рәсүлдең фильмы халыҡ хөкөмөнә сыҡты
Автор:
Читайте нас: