Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 15:40

Кем кемде алдаған?

...Бер ярлы ғына ғаилә йәшәгән. Хужабикә май етештергән, ире уны яҡындағы бер бакалеяға һатып торған. Майҙы ҡатын берәр килолыҡ итеп йоморайтып ҡатырған. Ире уны һатып, өйҙәренә, ашарҙарына кәрәк нәмәләрҙе алып ҡайтып торған. Берҙән-бер көндә бакалея хужаһы үҙе һатып алған майҙарҙың ауырлығына шик белдергән дә уларҙы үлсәп ҡарарға булған. Һәр ҡайһыһын үлсәп ҡарағас, уларҙың 900-әр грамм тартҡанын күргән. Артабан – сайтта.

Кем кемде алдаған?
Кем кемде алдаған?

Икенсе көн ярлы май алып килгәс, уны ярһып ҡаршы алған.

-Мин башҡаса һинән май һатып алмайым. Һин миңә бер кило тарта тип алдап, 900-әр грамлыҡ май һатҡанһың, - тип ҡысҡырған.

Ярлы бик уңайһыҙланып киткән һәм башын түбән эйеп:

-О, господиным, беҙҙең үлсәгесебеҙ юҡ шул. Мин һеҙҙән бер кило тип яҙылған шәкәрҙе һатып алып, майҙы шуның ауырлығына ҡарап үлсәй инем, тигән...

Эйе, кешегә ҡаҙған соҡорға үҙең төшөүең дә бар шул...

(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынып, тәржемә менән бирелде).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: