+4 °С
Болотло
“Теге- е” тигәнем шул – бәғзе берәүҙәрҙең магазиндарҙағы шәмдәрҙе һыпырып алып, баҙға ризыҡ запасы, утын, һыу тултырып, заман ахырынан баҙға ҡасып ҡалырға йыйынып йөрөгән саҡтары хаҡында һүҙ.
Рамаҙан тигән эшҡыуарҙың магазинында Әлфиә исемле һылыу һатыу итеп торған. Кешеләрҙең, “ахыры заманға” әҙерләнеп, ҡайһылары яҙҙырып булһа ла, йүгереп йөрөп ризыҡ, шәм йыйғанын күргәс: “Ай, әттәгенәһе, донъя бөткәндә минән яҙҙырып әйбер алған кешеләр үлеп бөтһә, Рамаҙанға ул бурыстарҙы ҡалайтып түләйем инде”, тигән, имеш.
Шуға хәҙер, был хаҡта һүҙ сыҡһа, донъя бөтһә лә, Әлфиә менән Рамаҙан ҡала әле, ярай, тип мәрәкәләп ҡуялар беҙҙең яҡтарҙа.