Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2022, 09:10

СЦЕПЛЕНИЕ... ГАЗ... йәки шағирә, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың тәүге тапҡыр руль артына ултырыу мажаралары

-Меня зовут Сергей Петрович, а вас, — ти был, күк күҙҙәренә бик ҡәтғи ҡараш сығарған булып. Ә нимә? Мин дә бик етди апай әле. -Миләүшә Сәйғәфәровна. -Ми...лашуа... Простите, а можно покороче? -Как это? -Мила, например... -Нет! Какая Мила? – һыйыр мәллә мин уға? Ауылда ярты көтөүҙең атамаһы Мила-Милка-Милашка булды. -Ну, а как то по-другому нельзя? Просто я не выговорю ваше имя. Ошо урыҫтар шулайтып ала ла китә, нисек тә һинең исемеңде боҙорға, ҡыҫҡартып ҡулайлаштырырға уларға. Үҙенә Серый тиергә тормайым бит һуң... Артабан – сайтта.

СЦЕПЛЕНИЕ... ГАЗ... йәки шағирә, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың  тәүге тапҡыр руль артына ултырыу мажаралары
СЦЕПЛЕНИЕ... ГАЗ... йәки шағирә, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың тәүге тапҡыр руль артына ултырыу мажаралары

Бөтөн мир бисәләре йөрөгән шул машинала ниүжәли мин өйрәнә алмайым, тигән сәм менән барып индем водителдәр курсына. Үҙемсә, уҡып-уҡып-уҡып алаһың да, унан ғына рүлгә ултыраһыңдыр тиһәм, баҡтиһәң, ике-өс көндән үк практика башлана икән. Ярай, тип уйланым, ул хәтлем үк аңра ханым түгел дә инде мин, пытыуышниктар ошо һөнәрҙе алыу өсөн генә мәктәп бөтә, әле университет белемен эстәгәнмен.
Дүрт ҡатынды дүрт машина көтөп тора ине, миңә ҡыҙылы тура килде. Маркаһы тураһында һорамаһағыҙ ҙа була, мин ундайҙы белмәйем, төҫөнә ҡарап ҡына айырам. Минең өсөн машиналар “ҡыҙыл машина”, “аҡ төҫтәге”, “ҡара” һәм башҡалар – шул ғына.
Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыл машинаның ишеген һелкетә тартып асып инеп ултырҙым. Ингәндә оҙон пальтомдың итәге башта ишеккә ҡыҫылып, уныһын ысҡындырғайным, аяғыма уралып, ултырғысҡа ултырғанда уның итәген аҫтыма рәтләп һалып алыу ҙа бер мәшәҡәт булды. Һуңынан тәпәрләнеп йөрөп булмай бит инде. Минең бөтөн ошо мәшәҡәттәремде көтөп, тыныс ҡына ултырған йәш урыҫ ирекәйе, иҫкәртеп ҡуйыуҙы урынлы тапты:
--Вождениеға уңайлы ҡыҫҡа кейемдә, салбарҙа, үксәһеҙ итектә йөрөргә кәңәш итәм. Яулыҡты шапкаға алмаштырып торһағыҙ ҙа булыр, — быныһын башымдан шыуып төшөп барған палантинымды ураған һайын тартҡылап рәтләүемә ҡарап әйтте инде.
--Йә, — тип килешмәй хәлем юҡ.
--Меня зовут Сергей Петрович, а вас, — ти был, күк күҙҙәренә бик ҡәтғи ҡараш сығарған булып.
Ә нимә? Мин дә бик етди апай әле.
--Миләүшә Сәйғәфәровна.
--Ми...лашуа... Простите, а можно покороче?
--Как это?
--Мила, например...
--Нет! Какая Мила? – һыйыр мәллә мин уға? Ауылда ярты көтөүҙең атамаһы Мила-Милка-Милашка булды.
--Ну, а как то по-другому нельзя? Просто я не выговорю ваше имя.
Ошо урыҫтар шулайтып ала ла китә, нисек тә һинең исемеңде боҙорға, ҡыҫҡартып ҡулайлаштырырға уларға. Үҙенә Серый тиергә тормайым бит һуң.
--Ҡағыҙығыҙҙа яҙылған, уҡып өйрәнерһегеҙ.
Сергей Петрович ҡулындағы документҡа бер текәлеп ҡарап алды ла, ҡәнәғәтһеҙ генә булып папкаһына тығып, көҙгө өҫтөнә ҡыҫтырып ҡуйҙы. Унан миңә һорауҙар бирә башланы:
--Был нимә?
--Руль.
--Был?
--Ручник.
--Ә был?
--Спидометр.
--Спидометр ниндәй функция үтәй?
--Автомобилдең тиҙлеген үлсәй торған прибор, — үҙ яуаптарымдан үҙем ҡәнәғәт булып ултырыуымды аңлап та өлгөрмәнем, был Алладин сәйнүгендәй генә бер һауыт һүрәтенә төртөп күрһәтте:
--Ошо значок нимәне аңлата?
Йә, Хоҙай... Был ҡомған ҡайҙан килеп ингән бында? Нимәгә ҡуйылырға мөмкин? Һөмәгендә тамсыһы ла тама биреп тора. Берәй нәмәһе ҡайнап сыҡтымы икән машинаның? Әллә ҡай еренәлер һыу ҡойорғамы?
--Һыу кәрәкме? – тип әйтеп тә һалдым.
--Кемгә? – инструкторҙың йөҙөндә бер мускулы ла ҡыбырламай ҡоромағырҙың, йөҙөнә ҡарап, исмаһам, дөрөҫ әйтәмме - түгелме икәнде лә белеп булмай.
--Машинаға, — һуң, машинаға инде, кемгә булһын, тип уйлайым.
--Юҡ. Майҙы тикшерергә кәрәк. Әйҙәгеҙ, тикшерәйек.
Сығартып ҡуйҙы был мине. Капотты асты:
--Ҡайҙа май?
--Май? – эстәге аңлайышһыҙ нәмәләргә күҙ йүгертеп сыҡтым, тик күҙ алдыма килтергән майға оҡшаш нәмә тапманым. – Белмәйем. Арба тәгәрмәсен майлай торған ҡара массанан башҡа майҙы күргәнем юҡ минең.
Дөрөҫөн әйттем инде. Шул урында уҡытыусым ҡыҫҡаса ғына итеп әлеге май тураһында мәғлүмәт биреп, уның һауытын төртөп күрһәтеп ҡуйҙы. Төшөндөм быныһын.
Киренән инеп урынлашҡайныҡ, ҡуҙғалып китергә ҡуша. Тулҡынланыуымды белдермәҫкә тырышып асҡысын бер дүртте борҙом шикелле. Һуңғыһында ғына дөрөлдәп ҡабынды.
--Ҡуҙғал, — ти был миңә. Ҡайһы арала “һин”гә күстек әле, тигән ризаһыҙлыҡ башымдан елеп үтһә лә туҡталып торманы, уның ҡайғыһы түгел ине, был, иҫәр, күрәләтә минең ошо машинаны йөрөтөп алып китеүҙе талап итә. Минең - ғүмерҙә машинаның был яғына ултырып та ҡарамаған кешенең. Аптырауымдан мәғәнәһеҙерәкте ысҡындырҙым:
--Мин что ли?
--Һин инде. Руль яғына һин ултырғанһың бит.
Ысынлап та! Мин икән дә һуң рүлдә. Ике ҡулымды белдекле рәүештә был түңәрәк өҫтөнә һалдым да, бойороҡ көтәм:
--Йә?
--Ручниктан ал. Сцеплениеға индергәнсе баҫырға... беренсе передачаға... газға баҫабыҙ... тахометрҙы ҡара... ипләп кенә сцеплениены ебәрә барабыҙ...
Ҡыҫҡаһы, нисектер ҡуҙғалып киттек. Айға менеп баҫҡандай хис иттем үҙемде. Бына был – еңеү! Ура!
--Уңға!
Уй, ҡолап төш...
--Уңға?.. Ҡайһы уңға?
Ҡоромағыр Серый, урыҫ суҡынған, шуны төртөп кенә күрһәтһә була ла инде, юҡ, язалай бит:
--Уң - ҡайһы яҡта?
Ҡапыл ғына иҫкә төшәме һуң уныһы? Шул уң-һулды ғүмер буйы бутайым, бик кәрәктә ике ҡулды алға һуҙып ҡуйып, яҙа торғаны уң икәнлеген аңлап ала торғайным...
--Ташлама рүлде!
Уңды ла сығарып өлгөрмәнем, рүлгә лә тотона алмай ҡалдым, машина шып туҡтаны. Нисек улай туҡтауын аңламай инструкторға ҡарайым.
--Минең яҡта педаль бар, — ти был.
--Уй, Аллаға шөкөр, — тием еңел һулап.
Теге миңә бөтә кәүҙәһе менән боролоп ултыра:
--Миллауша Саргафаровна! Соберись! Вот твоя правая рука! А вот - левая! Руки на место! Сцепление! На первый! Газ!!!
...Права ала алһам, Аллаһым мине ярлыҡап, дауамын яҙырмын инде...
Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: