Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2022, 11:00

Әсәйемә һоҡланам

Сырт-сорт мейестә ут яна, тәмле аш йәки яңы бешкән икмәк еҫе таралған, матур көй сығарып самауыр ҡайнай. Әсәйем мәж килә: йә беребеҙҙең сәсен үрә, йә сәй яһай, ашата, матур итеп мәктәпкә оҙатып ҡала.

Әсәйемә һоҡланам
Әсәйемә һоҡланам

«Кемдәр генә ғашиҡ,
ай, булманы,
Сәлимәкәй ҡара ла
ҡашыңа...»
Ошо йырҙы әсәйем - Назарова (Әминева) Ғәйшә Мөхәмәҙиә ҡыҙы яратып йырланы һәм йырлай. Моңло, селтерәп аҡҡан шишмәләй тауышы менән йырлап ебәрһә, һандуғастар көнләшәлер.
Йырҙы, унан бигерәк Сәлимә тигән исемде яратам, ти ул.
-Нишләп алты ҡыҙыңдың береһенә ҡушманың һуң ул исемде? - тип һорайбыҙ.
-Ээйй, бик ҡушыр ҙа инем инде үҙемә ҡалһа, атайың бит... Сельсоветҡа бара ла, үҙенә оҡшаған исемде яҙҙыра ла ҡайта, - тип асыуланған булып, шулай ҙа ғорурлыҡ менән ҡәнәғәт әйтеп ҡуя.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 49-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Зимфира МӘЗИТОВА.
Читайте нас: