Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Декабрь 2022, 09:30

Их... кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй...

Республикала билдәһеҙ кешеләр бер өйөр аттар менән бик аяныслы ҡыланған... Ҡайһы районда булған хәл? Аттар менән нимә булған? Ентекләберәк – сайтта.

Их... кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй...
Их... кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй...

Нуриман районында полицияға 14 баш атты урлауҙары тураһында хәбәр итәләр.
Эҙләүҙәр барышында йылҡыларҙың кәүҙәләре күрше Иглин районы биләмәһендә табылған. Улар атылған булғандар... Нәфселе бәндәләр бер нисә башты тунап, эшкәртеп тә өлгөргәндәр.

Әлеге ваҡытта бурҙарҙы эҙләү бара.

Билдәле шиғыр иҫкә төшә:

Был кешегә һәр саҡ ниҙер етмәй,
Ҡара икмәк булһа, аҡ етмәй,
Шыуышып йөрөгән саҡта – аяҡ етмәй,
Йәйәү йөрөгән саҡта – ат етмәй,
Аты булһа, машинаһы етмәй.
Осор өсөн ракетаһы етмәй..
Планетаһы етмәй… Күк етмәй…
Был кешегә ифрат күп етмәй...

(Әнғәм Атнабаев).

(Мәғлүмәттәр асыҡ сығанаҡтан алынды).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: