Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Декабрь 2022, 11:40

Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

...Мәскәүҙә ҡойоп ямғыр яуҙы, беҙҙә 35 градус һыуыҡ булды. Әле лә иртәнсәк минус 24-25 градус һыуыҡтар тора. Ә алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә һуң?

Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?
Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтөлә?

Республикала алдағы көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә. Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, бөгөн, 14 декабрҙә, яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын. Көндөҙ -5, -10 градус.

Кесаҙна, 15 декабрҙә, урыны менән ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, ваҡыты менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -10, -15, көньяҡ-көнсығышта -20, -25, көндөҙ -6, -11, көньяҡ-көнсығышта -16 градус.

Йома, 16 декабрҙә, йәнә ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, ваҡыты менән киҫкен. Төндә -9,-14, республиканың көнсығышында 20 градусҡаса һыуыта, көндөҙ һауа -4,-9 градусҡа тиклем йылыта.

Сәләмәт, имен-һау булайыҡ!

Б. Тимерғәлиев фотоһы.

Автор:
Читайте нас: