Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Ноябрь , 09:05

Юбилей (Юмористик хикәйә)

...Тәүҙә клуб мөдиренең кем икәнлеген белә алмай хитландылар. Унан асҡысын көскә табып, тутығып бөткән йоҙаҡты  мең михнәт менән асып, тамаша залын  бер сама ипкә килтерҙеләр. Ярҙамға барлыҡ күрше-тирә ауылдарҙағы китапханасы, клуб, дауахана хеҙмәткәрҙәрен, уҡытыусыларҙы  саҡырырға кәрәк булды. Сөнки улар бөтәһе лә хөкүмәт аҡсаһын ашай, эшкә сыҡмайһың икән, иртәгә үк урыныңдан ҡанатланып осоп китәсәкһең...           Иҙәндәрҙе буяғас, стеналарҙы аҡлағас, мәҙәниәт усағына бер сама төҫ ингәндәй булды. Тирә-яҡ ауылдарҙан  тауҙай  китаптар йыйып, матур ғына күргәҙмә лә эшләп ҡуйҙылар.     Байрам сараһы бөткәндә сәғәт телдәре төнгө берҙе күрһәтә ине. Был мәлдә күп балалар иҙрәп йоҡлай ине... – Ыс-та-а! Кит, оятһыҙ! Һинең арҡала ирем сығып китте! – Гәзиттә “Халыҡ һөйөүе сикһеҙ” тигән мәҡәләне, ундағы таныш йөҙҙө  күреү менән Гөльямал ханымдың тәүге һүҙе шул булды.  Артабан - сайтта.

Юбилей (Юмористик хикәйә)
Юбилей (Юмористик хикәйә)

– Ай Аллаҡайым, килештергәндәр!  Ҡара, ниндәйен бер гонаһыҙ сабыйҙай ауыҙын сабаталай йырып ултыра бит әле. Уй-уй-уй!  Әйләнгән һайын тот та бер кешене яҙ, тот та бер кешене яҙ. Ҡайһы гәзитте асма – шул.  Ул ғына эшләй, тиерһең. Түше тулы орден да миҙал. – Унан ҡатындың күҙенә:  “Уҙған аҙнала райондың мәҙәни тормошонда бығаса күрелмәгән  ҙур ваҡиға булды. Шығырым тулы залдар, халыҡтың ихласлығы бөйөк ғалим  Мәүләүи Ғафар улына сикһеҙ хөрмәте, һөйөүе  тураһында һөйләй ине. Яҙҙың ғәжәп бер көнөндә ул яҡташтары күңелендә мәңге иҫтә ҡалырлыҡ итеп ҙур байрам ойошторҙо. Бығаса ай буйы шыҡһыҙ торған һауа торошоноң тап байрам мәлендә асылып китеп, ҡояш килеп сығыуы  хатта тәбиғәттең дә  оло шәхескә ҡарата серле ихтирамын ишаралай ине”, – тигән һүҙҙәр салынды. Мәҡәләне ахырынаса уҡый алманы ул – гәзиттәге һүрәтте “шул кәрәк һиңә, шул кәрәк һиңә” тип бармағы менән төрткөләп-төрткөләп йыртҡыланы ла дөрләп янған мейескә ырғытты.   – Әҙәм аҡтығы! Ни эшләп, бөтә халыҡты, ҡурҡытып килтереп, көсләп ҡул сабырға ҡуштылар, тип яҙмағандар. Шайлы кеше ней!  Байрам ойошторҙо, тигәндәр бит әле.  Ойошторған, имеш. Кем кемгә ойошторған әле. Шул юбилей тип хәлдән тайҙыҡ, ахмаллаға төштөк бит инде.

     ...Юбилейы яҡынлашҡанда ғына тыуған яғын иҫенә төшөргән, бөтә хеҙмәте йоҡа ғына китапсыҡтан торған  ғалим Мәүләүи Мырҙабаев көндәрҙең береһендә район хакимиәте башлығына үтенесен белдерҙе.

   –  Хөрмәтле вә ғиззәтле Абайҙулла Мөстәҡимович! Тиҙҙән бөтә ғүмерен булмышын фәнгә, ғилемгә бағышлаған бән фәҡирегеҙҙең  юбилейы бит. Шул уңайҙан мәмләкәтемә ҡайтып, ҡәүемдәштәремә ҙур байрам  бүләк итергә ине иҫәп. Әлбиттә, был минең үҙем теләгәндән, ни эшләргә белмәгәндән түгел. Ваҡыт яғы ла тығыҙ. Әллә күпме эштәрем өйөлөп ята. Әммә халыҡ һорағас, нисек риза булмайһың?! “Яҡташтар менән күҙгә-күҙ ҡарашып, рухиәт, тел, милләтебеҙ хаҡында һөйләшкәндә, шәп булыр ине. Һеҙ беҙҙең ауылдың ғорурлығы”,  ти ауылдаштарым. Бер уйлаһаң, дөрөҫ әйтәләр.  Йәш быуын кемдәндер өлгө алып үҫергә тейештер бит. Ошондай ваҡытта күңелдәре күтәрелеп, йәшәүгә дәрттәре уянып китер. Йәш быуынға үҙ юлын табырға ярҙам итер.

     Район башлығы, ғалимдың бынан  алдағы юбилейын   иҫенә төшөрөп, танауын бер аҙ сирһа ла:

   – Бик хуп, бик хуп! Көтәбеҙ, – тине. Телефонын һалғас та, “уф Алла” тип ауыр һулап ҡуйҙы. Унан бынан теүәл биш         йыл элек һәр ауылда үткән осрашыу, халыҡты ылау-ылау  автобус менән йөрөтөү, мәжлес ваҡытында ике бөйөктөң тас та тос һуғышып китеүе, башҡа мәшәҡәттәр күҙ алдынан үтте. Етәксе ауыҙын салшайтып, үҙ алдына мыҫҡыллы йылмайҙы. “Халыҡ һорай, имеш”.  Хужалыҡта ошо  арала былай ҙа мәшәҡәттәр күп булһа ла, ғалимдың һүҙен йығыу мөмкин түгел ине. Үргә ялыу яҙып, үҙеңде ҡара исемлеккә индерергә лә күп һорап тормаҫ.  Әлбиттә, эште оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Ул шул мәлдә үк ҡул аҫтындағыларҙы кәңәшмәгә йыйҙы.

      “Оятҡа ҡалырлыҡ булмаһын” тигән әмер булғас, бығаса тын ғына йәшәп ятҡан ауыл, күс айырған ҡорт шикелле мәж килә башланы. Тәүҙә клуб мөдиренең кем икәнлеген белә алмай хитландылар. Унан асҡысын көскә табып, тутығып бөткән йоҙаҡты  мең михнәт менән асып, тамаша залын  бер сама ипкә килтерҙеләр. Ярҙамға барлыҡ күрше-тирә ауылдарҙағы китапханасы, клуб, дауахана хеҙмәткәрҙәрен, уҡытыусыларҙы  саҡырырға кәрәк булды. Сөнки улар бөтәһе лә хөкүмәт аҡсаһын ашай, эшкә сыҡмайһың икән, иртәгә үк урыныңдан ҡанатланып осоп китәсәкһең...   

       Иҙәндәрҙе буяғас, стеналарҙы аҡлағас, мәҙәниәт усағына бер сама төҫ ингәндәй булды. Тирә-яҡ ауылдарҙан  тауҙай  китаптар йыйып, матур ғына күргәҙмә лә эшләп ҡуйҙылар.  Унан һылыуҙар гөр килешеп  клубтың  эргә-тирәһен, ҡунаҡтарҙың күҙенә ташланырҙай  урындарҙы һепереп таҙартты.  Ауыл буйлап эт, бесәй, һыйыр  үләкһәләрен, унда-бында туҙышып ятҡан  итек баштарын, ҡаталарҙы, һауыт-һабаларҙы йыйып алып, иҫке ферма янына алып барып түктеләр. Күмәкләп клуб ихатаһының ҡоймаларын рәтләнеләр, кәртә буйҙарында кеше оҙонлоғо  булып үҫкән тегәнәктәрҙе, кесерткәндәрҙе саптылар. Китапханасы Рәсимә  менән быйыл ғына бейеүсегә уҡып ҡайтҡан Гөлнәфис соҡор ҡаҙып, бағана ултыртып, бына тигән итеп ҡапҡа ла эшләп ҡуйҙы. Көн һайын магазин ҡаршыһында үлмәҫ өсөн йөҙ һыуын түгеп, кемдән илле тин һорап, уныһын бирһәң, йәлме ни,  бер һум ит тә ҡуй, тип  теләнселәүҙе кәсепкә әйләндергән  сәрхүштәр уларға ҡарап:

– Ну көслөләр ҙә инде, юҡ-бар ирҙәреңдән ары торһондар, вәт, шәп, кәләштәр буласаҡтар, – тип һоҡлана-һоҡлана тәмәке көйрәттеләр. Шәфҡәт туташтары Гөлсөм менән Мөнирә клуб янында тау булып өйөлөп ятҡан тупраҡты таратып, тырматып, уларға ысынға оҡшап торған баҙрап торған сәскәләр ҡаҙап сыҡҡас, тирә-яҡ тағы ла йәмләнеп китте, һылыуҡайҙарҙың кәйефе күтәрелде.  Шул мәл бер көтөү һыйырҙарҙың сабыулап килгәне күренде. Ауылда көтөү булмағанлыҡтан, йәйге эҫе көндәрҙә әлһерәп йөрөгән мал-тыуар өсөн клуб эргәһенән дә ҡулай урын юҡ. Күләгәлә һыйырҙар көйшәнә-көйшәнә ял итә, күтәрмәлә кәзәләр шаярыша. Шуға ла ошо араларҙа берәүгә лә мал-тыуарын ихатанан сығармаҫҡа тип ныҡ ҡаты әйтелде, әгәр ҙә берәй һыйыр йәки кәзә күҙгә салынһа, шунда уҡ байрам табынына ит буласаҡтарын вәғәҙәләнеләр. Кем белә, бәлки, уларҙың да юбилейҙы күргеләре килеп клубҡа килеп инерҙәр.

     Былтыр “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡанда жюри комиссияһы килә тигәстәр,  сәрхүштәрҙе йыйып,  араҡылар биреп, машина менән күрше ауылға алып барып торғайнылар. Был юлы ла шулай итергә булдылар.  Ҡайҙан нимә табырға белмәй темеҫкенеп йөрөгән һуҡмыштарҙың  концерт ҡарағыһы килмәй тиме әллә?!

        Концерт тигәндән, бер бүлмәлә  бейеү хәрәкәттәрен ҡабатлайҙар, икенселәр йыр һуҙа, уҡыусылар китаптарҙан  тел, милләт хаҡында шиғырҙар эҙләйҙәр. Балалар баҡсаһынан саҡ теле асылған кескәйҙәр ҙә тәрбиәселәре артынан ижекләп-ижекләп шиғыр һөйләргә өйрәнә.

 Шулай итеп, буласаҡ осрашыуға тулыһынса әҙерләнеп бөттөләр тиерлек. Һәр ойошма үҙенең бүләген дә төйнәп ҡуйған. Бағыусылыр ҙа был хаҡта күптән белә. 

       Ҡунаҡтарҙы һыу менән генә һыйлап булмай бит инде. Аллаға шөкөр, ауылда эш юҡ тип йөҙ һыуы түкһәк тә, байрамдарға ҡытлыҡ юҡ. Төрлө байрамдар үткәреп, ҡунаҡтар, етәкселәр, депутаттар  килә тип  бешеренеп-төшөрөнөргә оҫтарып бөткән һылыуҙар. Теге аҙнала ғына Килендәр байрамы булды. Һәр кем үҙенең өйөндә табынға ҡуйырлыҡ та, ҡунаҡтарға күстәнәскә биреп ҡайтарырға етерлек итеп, төрлөһөн бешерҙе. Шуға ла һәр кем үҙ бурысын күптән яҡшы белә.

       Ул көндө тағы бөтә ауылға май еҫе таралды. Бер йортта бауырһаҡ бешерһәләр, икенсеһендә – тултырма. Өсөнсөһөндә иһә телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡ ҡойолдо, дүртенсеһендә буҙа өлгөрҙө, һитә балын да онотманылар. Күрһендәр, белһендәр – республикалағы данлыҡлы ауылда ана ниндәй шәп, талантлы, егәрле, ихлас кешеләр йәшәй!

       Бына барлыҡ ауыл халҡы тулҡынланып көткән көн дә етте. Иң тәүҙә балалар баҡсаһынан, мәктәптән уҡыусыларҙы алып килделәр. Хәҙерге балалар мәҙәниәтте, бындай сараның ни тиклем мөһимлеген аңлап бөтмәй. Саҡ ҡына күҙ яҙлыҡтырҙыңмы, һыпыртырға әҙер торалар. Шуға ла уларҙы бер нисә уҡытыусы ҡарауыллап алып килде. Улар артынса  машиналарҙа райондың барлыҡ ауылдарынан тәрбиәселәр, уҡытыусылар, дауахана хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, иҙән йыуыусылар, ҡарауылсылар  йыйыла башланы. Тик ауыл халҡы ғына тантанаға килергә ашыҡманы.   

      Сәғәт өстәргә клуб алдына ҙур автобус килеп туҡтаны. Унан сиратлап береһенән-береһе дәрәжәле, ҡулдарына матур портфелдәр тотҡан, галстук таҡҡан ҡунаҡтар төштө. Уларҙы икмәк-тоҙ менән  йырлап-бейеп ҡаршы алғас,   мәҙәниәт усағындағы бер бүлмәлә  боронғо үтектәр, сынаяҡ ярсыҡтары, тағы әллә нәмәләр менән тулған музей-күргәҙмә менән таныштырҙылар. Унан ҡунаҡтарҙы һығылып торған өҫтәл көтә ине. Әллә мәйе лә булған һый эргәһенән тиҙ генә ҡуҙғала алманылармы, әллә башҡа сәбәп булдымы, сәғәт өстә башланырға тейеш сараны көтә-көтә бер булды тамашасылар. Ниһайәт, сәғәт дүрттәрҙә сәхнәлә бөтә халыҡ көткән юбиляр пәйҙә булды. Ул утыҙ ике теше лә күренерлек итеп ихлас йылмайып, түбәнселек менән баш эйеп,  сәхнә түрендәге йомшаҡ креслоға  ҡунаҡланы.

       Бына алып барыусылар ярты сәғәт буйы  юбилярҙы ҡотларға килгән тиҫтәнән ашыу кешенең исем-шәрифен, уларҙың маҡтаулы исемдәрен, ҡатлы-ҡатлы дәрәжәләрен,  миҙалдарын, ордендарын атағас,  залдағылар ах итте. Ниндәй дәү кешеләр килгән уларҙың ауылына. Ауылдаш ағайҙың бына ниндәй дуҫтары бар икән!   Ысынлап та, бик оһолло кешеләр ине улар. Мөхәррир, академик, профессор, лауреат, аспирант.... Берәүһе ниндәйҙер ойошмаға етәкселек итә, икенсеһе юғары наградалға лайыҡ булған. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе Мәүләүи әфәнде, уның хеҙмәт юлы, ҡайҙа ағза булып тороуы  хаҡында иҫ киткес итеп һөйләне.

     Уларҙан һуң бер, ике, өс туғандары юбилярҙы ҡотланы. Берәүҙәре ҡаҙ бүләк итте, икенселәре йылы ойоҡбаш, өсөнсөләре мендәр, дүртенселәре юрған һондо...

      Нисек инде шундай ваҡытта ауыл халҡы  ситтән килгән ҡунаҡтарға үҙенең һәләтен күрһәтмәһен! Элек колхоздың партком секретары  булып эшләп, сығыш яһарға шымарған  һәм ошондай саралар һайын үҙенең телгә маһирлығы менән бөтәһен шаҡ ҡатырған Замир Мөхәмәт улы был юлы ла үҙенең бурысына тоғро ҡалды:

- Мин күп һөйләп тормайым, – тип телмәрен башлаған Замир Мөхәмәт улы ҡунаҡтарға ҡат-ҡат рәхмәт әйтте, һәр береһенең биләгән вазифаһы, дәрәжәһе, хеҙмәте хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләне. Унан түбә таҡтаһына ҡарап, тамағын ҡырҙы һәм халыҡ шағирының ун куплетлыҡ  шиғырын һөйләй башлағайны ла, яртыһында һүҙҙәрен онотоп, ахыры ҡулындағы ҡағыҙ киҫәгенә күҙ һалып тамамлап ҡуйҙы. Шул мәл сәхнә артына ҡабаланып ауылдың аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе Зәйнулла  Миғран улы  килеп инде. Ул сараны алып барған ҡыҙҙарға уны ла өҫтәүен талап итте. Улар:

– Ағай, былай ҙа сығыш яһарға теләгәндәр күп. Әле ҡунаҡтарҙың яртыһы ла һөйләмәгән, концерт номерҙары бар, – тип ҡаршылашып маташһа ла, танк кеүек дөрөп килгән ағайҙы кире һүреүе мөмкин түгел ине. “Бик ашығам”, – тигәс, программаны боҙоп булһа ла, уның исем-шәрифен  иғлан иттеләр. Ниндәйҙер йыр конкурсында ҡатнашып, бүләккә быйма биреүҙәрен дә әйтергә онотманылар.

Зәйнулла әфәнде ҡулында бөкләнеп бөткән яҙыуынан  ҡотлауын уҡыны. Унан йыр бүләк итергә булып,  йәшелле-күкле тауышы менән халыҡ йырын башҡара башланы. Тик ҡәһәрең йырҙың уртаһында тамағы ҡарлығып, уныһын аҙағынаса тиклем еткерә алмай тауышы өҙөлөп ҡалды. Шунан йәнә бер тапҡыр ауылдаштарын төрлө сараларҙа әүҙем булырға саҡырҙы ла, ашығыс эшем бар, күрше ауылда фәлән таныштың юбилейы, уны ла ҡотлап өлгөрөргә кәрәк, тип йүгерә-атлай клубтан сығып китте.

       Өс сәғәт үтте.  Әле юбилярҙы ҡотларға, сығыш яһарға теләгәндәр шаҡтай ине. Күренеп тора: ҡунаҡтар ашҡынып, һүҙгә һыуһап килгән,   юбиляр хаҡында уртаҡлашыр тәьҫораттары күп. Берәүһе Төркиәнән ҡайтышлай өйөнә лә һуғылып тормай тәбрикләргә тип ҡабаланған, икенсеһе ниндәйҙер ҙур сараны кисектергән. Ахырҙа һүҙ сал сәсле профессорға  бирелде. Әлбиттә, алып барыусылар тәүҙә уның атҡаҙанған хеҙмәткәр, әллә нисә миҙал, ордены булыуы хаҡында оҙаҡ ҡына бәйән итте.

– Хөрмәтле  йәмәғәт! – тип башланы  һүҙен профессор, ихлас йылмайып,  – Хәйерле көн, дуҫтар, туғандар, мырҙалар, һеңлекәштәр, апайҙар, инәйҙәр! Барығыҙҙы ла бөгөнгө байрам менән ҡотлайым. Байрам тим, сөнки бөгөн беҙ Мәүләүи  Ғафар улының  матур ғүмер байрамын билдәләйбеҙ. Был уның ғына түгел, бөтә республикабыҙ халҡының оло байрамы, ғорурлығы. Әйҙәгеҙ, үҙен  ошо тантанаһы менән тәбрикләйек әле.

       Шуны ғына көткәндәй, залдағылар гөрләтеп ҡул сапты. Ә Мәүләүи әфәнде креслоһынан күкрәгендә миҙал-ордендарын шалтырыта-шалтырата ҡалҡынып, ҡәнәғәт төҫ менән ауыҙын йырып, тамашасыларға ҡат-ҡат баш эйҙе.

   – Күп һүҙ китапҡа яҡшы тигәндәй,  мин оҙаҡ сурытып тормайым,  тине профессор. – Бары яҡташыбыҙ хаҡында бер аҙ һөйләмәксемен. Яҡташ булараҡ, беҙ аралашып йәшәйбеҙ. Ваҡытында уға ярҙамым аҙ булманы. Йәшермәйем: сәйен дә, мәйен дә эскән саҡтар булды. Миңә атҡаҙанған исеме биргәндә, иң тәүге ҡотлаусы ла ул ине. Мәүләүи Ғафар улы республикабыҙҙа “Күбәләктең безелдәүенең һөттөң ҡуйылығына әһәмиәте” тигән темаға ғилми эш яҙып, үҙенә  тере сағында уҡ һәйкәл ҡуйҙы. Күренекле ғалимдың ошо өлкәләге күп йыллыҡ тикшеренеүҙәре һәм күп һанлы хеҙмәттәре уны белгес булараҡ шул юлда үҫтерҙе һәм бер көн килеп үҙенә шундай яуаплылыҡ алыуға әҙерләне. Үҙенең ғүмерен фәнгә бағышлап, уның  ғаилә ҡорорға ла ваҡыты ҡалманы. –  Бына ошо китапҡа минең барлыҡ ижади эҙләнеүҙәрем һыйған, – тип бүленгән һүҙен дауам итте. – Ул иң абруйлы нәшриәттә сыҡты. Үҙегеҙ беләһегеҙ, унда бары әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондында ҡалырҙай ижад емештәренә генә урын бирелә. Әйткәндәй, ошо нәшриәттә минең өс йөҙләгән монография, әллә нисә китабым донъя күрҙе. Мәүләүи әфәнде, киләсәктә  һиңә лә ошондай аҫыл китап сығарырға яҙһын... – Унан  Профессор юбилярҙың ҡулын оҙаҡ итеп ҡыҫып, уға китапсығын тапшырҙы.

               Юбилей сараһы дүрт-биш сәғәт самаһы барҙы. Иң аҙаҡтан  ғалимға   һүҙ бирелде. Ул әкренләп кенә урынынан тороп, халыҡҡа бер талай ҡарап алды, ихлас йылмайҙы, түш кеҫәһенән бәләкәй генә китапсығын сығарҙы.

- Мөхтәрәм ҡәүем. Донъя вә малға ҡыҙыҡмаҫ бән фәҡирегеҙ, үҙ ғүмерен, бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулла әйтмешләй, ғилем эстәүгә арнаны, – тип һүҙ башланы ул. – Бөтә булмышым мәмләкәт, ғилем өсөн йәнем фиҙа ҡылып үтте. Бына ошо зарури тәүәккәллек талап иткән, тел-лөғәт менән бай китапты йоҡо иҫәбенә хөрмәтле вә мөхтәрәм халҡым өсөн яҙҙым. Ул  арҡаҙаштарыма, ҡәүемгә һис шикһеҙ йоғонто яһағандыр тип раҫларға батырсылыҡ итәм. Был хаҡта ҡат-ҡат һөйләү һөждә түгел...

      Ғалим бер сәғәт буйы һөйләгәс, йәнә залға күҙ ташлап, телде һөйөргә, "папа", "мама" тип һөйләшмәҫкә, аң-белемле булырға, күп уҡырға  саҡырҙы.

-Бында мәктүп балаларының да күп булыуы ҡыуаныслы хәл. Бөйөк Аҡмуллабыҙ әйтмешләй, илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр, яһиллыҡтан килә ятыр ҙур афәттәр, – тине.

       Ауылдағы насар күренештәр хаҡында ла борсолоуын белдерҙе. Хатта эске менән мауыҡҡан бер нисә кешене лә атаны.

   –Халыҡҡа, ниндәй әсе булһа ла, хаҡты әйтергә кәрәк, алдарға, күҙ буярға ярамай. Быны мин, олуғ шәхес, бән фәҡирегеҙ күҙегеҙгә ҡарап, һис шикһеҙ, әйтәм. Ғәфләттән һис уяныу юҡ, оялыу юҡ, эсәбеҙ бит,эсәбеҙ. Хатта өләсәйҙәр ҙә пенсия аҡсаһына эсә. Был беҙҙе биҙәмәй, – тип залдағыларға ҡарап, бармағы менән янап та алды.

      Байрам сараһы бөткәндә сәғәт телдәре төнгө берҙе күрһәтә ине. Был мәлдә күп балалар иҙрәп йоҡлай ине...

                                     ***

          Юбилейға Гөльямал ханымдың мәктәптә ҡарауылсы булып эшләгән ире килә алманы. Инде кейенеп сығып барғанда һәүкәштәренең бына-бына быҙауларларға етешкәнен күргән Әсҡәт юбилейға барманы ла ҡуйҙы.

– Ярай, кеше юбилейы тип аҡтыҡ һыйырыбыҙҙан ҡолаҡ ҡағаһы  юҡ. Стенаға терәп атмаҫтар әле, үҙем генә барайым да ҡуяйым, – тине Гөльямал.

– Ярай.

Ә клубта кемдең килгәне-килмәгәне теркәп торған әҙәмдең тәүге һорауы шул булды.

– Ирең ҡайҙа? Эшенән осаһы  киләме?

Юбилейҙың иртәгеһенә, ысынлап та, ике-өс кешегә эштән китеү хаҡында ғариза яҙырға ҡуштылар. Улар араһында Әсҡәт тә бар ине. Бер нисә көндә ул Себер яғына сығып китте. Сығып китмәҫ ине лә кредитын түләргә кәрәк. Ҡарауылдан килгән эш хаҡы теүәл бурысын ҡаплауға етеп кенә тора ине.

... Был көндәрҙә телевизорҙан да, радионан да бер туҡтауһыҙ олуғ ғалимдың юбилейы хаҡында һөйләнеләр.  “Юбилей шәп  үтте. Беҙҙең халыҡ үҙенең шәхестәрен данлай белә. Уттай ҡыҙыу эш ваҡыты булыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт усағының шығырым тулы булыуы ғалимға  яҡташтарының ихтирамы, хөрмәте тураһында һөйләй...”, – тигән һүҙҙәр яңғырап торҙо.

Венеар Исхаҡов.

(Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте).

 

Автор:
Читайте нас в