Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь , 10:00

Зыярат кәртәләп алынды

Иҫке Собханғолда эшләп килгән “Бәрәкәт” территориаль ижтимағи ойошмаһы 2021 йылда төҙөлгәйне. Районда беренсе тапҡыр булдырылған был ойошмаға Иҫке Собханғол ауылының Мәжит Ғафури, Салауат, Ҡыҙылташ урамдары халҡы берләште. Был ойошма менән республика буйынса ППМИ конкурсында ҡатнашып, еңеү бурысы тора ине. Күптән түгел “Бәрәкәт” ТОС-ы үҙенең моратына иреште – 1064 проект араһында һайланып, 1 миллион 400 мең һум аҡса бүленеп, халыҡ һәм эшҡыуарҙарҙан аҡсалар йыйылып, эшҡыуар Вилдан Кәримов етәкселегендәге ир-егеттәр көсө менән Иҫке Собханғол зыяраты кәртәләнде.

Зыярат кәртәләп алынды
Зыярат кәртәләп алынды

-“Бәрәкәт” ТОС-ы халыҡтың ризалығы менән төҙөлдө. Өс урамда, юл төҙөү-ремонтлау идаралығында йыйылыштар үтте. 7 осрашыу ойошторҙоҡ. Кемдәр килә алмаған, уларҙың өйҙәренә барып, рөхсәттәрен алып, тейешле документтар әҙерләнде. Бер-ике йыйылышта район хакимиәте башлығы Ғәзиз Мапанов та ҡатнашты. Халыҡ ихлас булды. Күберәген ауылдарҙан килгән, сит яҡтарҙа йәшәгән райондаштар әүҙемлек күрһәтте, - тине “Бәрәкәт” ТОС-ы ағзаһы, ойошма советы рәйесе Клара Сафина.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 44-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас в