Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь , 17:00

Мәсет кеше менән йәнле

Мәсеттәр – Аллаһ йорттары, уларҙың йәме лә, йәне лә – йәмәғәт, ошонда йөрөгән кешеләр, ти Мәһәҙей ауылының имам-хатибы Хәсәнов Шәкир Басир улы.

Мәсет кеше менән йәнле
Мәсет кеше менән йәнле

Шәкир ағай – уҡымышлылар, халыҡса әйткәндә, муллалар затынан. Уның атай яғынан олатаһы Мансур олатай заманында Мәһәҙей ауылының алыштырғыһыҙ муллаһы, бөтә дини йолаларҙы шәриғәт ҡанундарынса атҡарыусы диндар, совет осоронда ла динде ҡалдырмаған, ҡупшы ғына һаҡал йөрөткән үтә лә аҡыллы, сабыр, бөтә халыҡ ихтирам иткән кеше булды. Ә әсәй яғынан өләсәһе Ғилмихаят өләсәйҙе Ҡолғанала ғына түгел, яҡын-тирәлә көслө абыстай, дин белгесе, им-томсо, халыҡ табибы итеп беләләр.


Зат затҡа тартмай, тип әйтеп ҡара шунан: Шәкир ағай ҙа, үҙе кеүек тиҫтәләрсә ауылдаштары, тиҫтерҙәре менән совет октябряты, пионеры, комсомолы тәрбиәһен алһа ла, күңеле менән дингә ынтыла. Башланғыс кластарҙа уҡығанында ла ул олатаһынан отоп алған аят-сүрәләрҙе яттан уҡып ултыра – класташтары, Шәкир бәләкәйҙән “мулла” булды, тип иҫләй. Ислам дине хаҡында төптәнерәк белеү теләге уны 2000 йылда Өфөләге «Ғәлиә» мәҙрәсәһенә алып килә. Дүрт йыл уҡып, динебеҙ нигеҙҙәрен төптән өйрәнеп, ғәрәпсә уҡый-яҙырға, хатта аҙыраҡ аралашырға өйрәнеп ҡайта ул мәҙрәсәнән.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 44-се һанында уҡығыҙ.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас в