Бөгөн булһа мәҙәниәт йортон йыуып-таҙалауға һыуҙы көйәнтәләп йылғанан ташыған, ҙур бинаны төрлө һауа шарттарында ла йылы, таҙа итеп тотҡан кеше ул.
“Ғәзимә апайға еткән кеше юҡ. Уға бер ваҡытта ла, иҙәнде йыу, тәҙрә төптәрендәге, өҫтәлдәрҙәге, йыһаздарҙағы саңды һөрт, мейесте аҡла, тегеләй ит, бы-лай ит, тип әйтеү кәрәкмәй.
Барыһын үҙе белеп эшләй. Берәй сара-фәлән булһа, шуның уртаһында ҡайнай. Мәҙәниәт йортонан һәр саҡ иң һуңғыларҙан булып, йыуыр һауыт-һабаһын йыуып, таҙалап ҡайта.
Концерттар булһа ла, төп ярҙамсы ул”, - ти ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Эльвира Хөсәйенова.
Эйе, коллективыңдың үҙеңде аңлаған кешеләрҙән тороуы – уңыштың яртыһы. Дөйөм эш уртаҡ хеҙмәт менән генә алға барыусан.
Ғәзимә Байрамғәле ҡыҙы ире Айбулат менән мал, ҡош-ҡорт көсө менән йәшәйҙәр. Ике улға һәм бер ҡыҙға матур тәрбиә биргәндәр. Улдары өйләнгән, ҡыҙҙары Стәрлетамаҡ педколледжында тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә.
Тырыш кеше һәр ерҙә лә тырыш – эшендә лә, йортонда ла. Ғәзимә апай кеүек уңғандар – башҡорт ауылын тотоп тороусы, усаҡ йылыһын, ғаилә именлеген һаҡлаусы төп көс. Ошонан айырмаһын йәштәре ҡалаға – матур тормошҡа ынтылған ауылдарҙы.