Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь , 14:00

Ауыл халҡы ҡатнашырға әҙер

Урындағы башланғыс-тарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ғәлиәкбәрҙәр үҙҙәре билдәләй һәм уны хәл итеүҙә хәлдәренән килгәнсә тырыша.

Ауыл халҡы  ҡатнашырға әҙер
Ауыл халҡы ҡатнашырға әҙер

Проект буйынса беҙҙең Ғәлиәкбәр ауылында байтаҡ эштәр башҡарылды. Уҙған йылда, балалар спорт менән шөғөлләнеп, һау-сәләмәт үҫһендәр, төбәк-ара, республика, район, кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем, әҙерлекле ҡатнашһындар, тигән маҡсатта мәктәп спортзалына спорт тауарҙары алыуға өлгәшелде. Киләсәктә лә был шәп программа биргән мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, ҡайһы бер үҙҙәренең көсөнән килмәҫтәй проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге барлығын яҡшы аңлап, ауыл халҡы артабан да теләп ҡатнашырға әҙер. Шулай итеп, бөгөн ауылдаштарыбыҙ, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ өсөн ППМИ-2023-кә старт бирелде.


Гел шулай берҙәм, әүҙем булайыҡ, ауылдаштар.

 

Автор:Ә. БАЙҒАЗИНА.
Читайте нас в