Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь , 14:00

Оҫта барҙа ҡулың тый

Май тәпәне тышынан билдәле, тигән кеүек, кемдең кемлеге лә ҡапҡа тышынан, ихатаһынан билдәле.Районыбыҙҙың төпкөл ауылдарынан һаналһа ла, ҙур һәм күркәм йорттары менән айырылған Брәтәктә лә бынамын тигән оҫталар, үҙ ҡулдары менән төҙөгән хан һарайындай донъялары ауылға йәм биреп, бында егәрле халыҡ йәшәүен дәлилләүсе шәхестәр бар.

Оҫта барҙа ҡулың тый
Оҫта барҙа ҡулың тый

Фәүзи Байрамғәле улы Йәрмөхәмәтовты ғына алайыҡ. 1971 йылғы ир-уҙаман күптән ағас эшенең оҫтаһы булып дан алған.


Зауыҡ менән эшләнгән өйө, ҡул йылыһы һеңгән ҡапҡаһы, һәр нәмә үҙ урынында булған ихатаһы, ағас-таш эше менән булыша торған айырым биләмәһе – бысҡы табы еҫе сығып торған оҫтаханаһы Фәүзигә бер һүҙһеҙ ҙә тулы ҡылыҡһырлама биреп тора.


Үтә тыйнаҡ, баҫалҡы һәм аҙ һүҙле бит ул беҙҙең халыҡ – юҡ та юҡ, минән башҡа кеше бөткәнме, тип ҡырталашҡан Фәүзиҙән һорау алыуҙағы ише ныҡышып мәғлүмәт алабыҙ.


“Оҫталыҡты атайҙан килгән тип әйтә алмайым – ата-йым беҙ бәләкәй саҡта уҡ мәрхүм булған. Тормош һабағы инде – өйрәндем, тырыштым. 2018 йылда ошо Ҡаран урамына 10х10 итеп өй һалып сыҡтыҡ. Мейесен дә үҙем сығарам, рам-яҡтау, тәҙрә семәрҙәре, заказға көрөҫ-тараҡ (тирүгә, балаҫ һуға торған станок), ултырғыстар, эскәмйәләр эшләйем. Көрөҫ-тараҡты 20-ләп эшләп һаттым инде. Интернет аша ла заказ бирәләр”, - ти Фәүзи.


Ысын талант ҡына ошолай итәлер - көрөҫ-тараҡты эшләп биргәс, ауыл ағинәйе Наилә апай Хәсәноваға (апайҙың үҙенең һөйләүенән) ҡайһы ерендә етешһеҙлеге бар, шуны әйтеп бирһәңсе, мин артабанғыларын шул етешһеҙлектәрһеҙ эшләр инем, тип барған Фәүзи.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 44-се һанында уҡығыҙ.

Оҫта барҙа ҡулың тый
Оҫта барҙа ҡулың тый
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас в