Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Ноябрь , 17:00

Дәрт-дарманы ташып торған етәксе ул

Тынғыһыҙ эштәре менән ауыл тормошона йән өрөүсе, йыр-моңдары, бейеүҙәре аша дәрт өләшеүсе, халыҡ күңелендә матурлыҡ, изгелек тойғолары тәрбиәләүсе мәҙәниәт һаҡсылары улар – мәҙәниәт йортонда эшләүселәр. Брәтәк ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре лә шундайҙарҙан.

Дәрт-дарманы ташып торған етәксе ул
Дәрт-дарманы ташып торған етәксе ул

Күптәр үҙенең күңеленә ятҡан эше булыуы менән бәхетле. Мин дә эшемде бик яратам. Халыҡ менән эшләү оҡшай. Төрлө саҡтар ҙа булып китә, шулай ҙа мәҙәниәт өлкәһендә эшләүемә ҡыуанып бөтә алмайым. Ауыл халҡына, вокаль, бейеү ансамбле ҡыҙҙарына, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаларына, ағинәйҙәргә ҙур рәхмәтлемен. Улар төрлө сараларҙа ихлас ҡатнашмаһа, беҙҙең эш тә алға бармаҫ ине. Коллективым да бик һәйбәт. Үҙ эшен урын-еренә еткереп башҡарған ҡыҙҙар эшләй, - ти Эльвира Шәрифулла ҡыҙы.


Һәр байрамды бер-береһенән айырмалы, үҙенсәлекле итеп үткәрергә тырыша улар. Мәҫәлән, октябрҙә билдәләнгән ололар һәм уҡытыусылар көндәренә бағышлап байрам кисәһе уҙғарылған. Унда мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан оло йәштәге уҡытыусыларҙы, техник хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләп, музыкаль ҡотлауҙар менән сығыш яһағандар, уларҙы бейетеп, төрлө уйындарҙа ҡатнаштырып, сәй табыны артында һыйлап ҡайтарғандар. Ауылдың башҡа оло быуын кешеләрен өйҙәренә барып ҡотлағандар, хәлдәрен белешеп, күстәнәстәр таратып сыҡҡандар. Республика көнөндә балалар менән ауыл паркында уйындар уйнап, ял кисәһе, фотосессия ойошторғандар. «Айсулпан» ағинәйҙәр ойошмаһы ағзалары менән берлектә оҫталыҡ дәрестәрен дә даими үткәреп баралар. Яңыраҡ ҡурсаҡ тегергә өйрәнгәндәр. Шулай уҡ йөн тетеп, ойоҡбаштар бәйләүҙе лә дауам итәләр. Район йәрминкәһендә лә ихлас ҡатнашып ҡайталар - ауыл халҡы менән төрлө ризыҡ, көнкүреш әйберҙәрен һатыуға сығарғандар. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең ай һайын ойошторған ауыл йәрминкәһендә лә һәр кем ихлас ҡатнаша икән. Атайҙар көнөнә арналған сараларҙан да ситтә ҡалмағандар. Социаль селтәрҙәге төркөмдәрендә атайҙарға бағышланған фотокүргәҙмәгә балалар ихлас ҡушылған. Әйткәндәй, ошондай төрлө фотокүргәҙмәләр, акциялар, флешмобтар, конкурстар ойоштороп, уларҙы социаль селтәрҙәрҙә бик матур итеп күрһәтеп тә баралар. Мәҙәниәт йортонда вокаль, бейеү һәм ҡурсаҡ театры түңәрәктәре эшләй. Балалар менән дә әүҙем эш алып баралар. Һәр сараның, байрамдың биҙәлешен, декорацияһын оҫта ҡуллы Сулпан Юлдашева эшләй. Һанай китһәң, әлбиттә, уҙғарылған сараларының, байрамдарының сиге юҡ. Ете йыл элек яңыртып төҙөлгән клуб бинаһында тағы ла дәртләнеберәк эшләй башлаған брәтәктәр. Иң мөһиме, ауылдаштарының риза булып, тормош мәшәҡәттәренән арынып, мәҙәниәт йортонда ысын мәғәнәһендә ял итеп ҡайтыуҙарын теләй улар.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 44-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас в