

Йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан тормошо автотранспорт менән бәйле булған райондаштарыбыҙҙың барыһын да ихлас ҡотлайым!
Водитель булыу – яуаплы хеҙмәт. Һеҙҙең иңдәрегеҙгә юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, пассажирҙарҙың именлеген һаҡлау буйынса бурыстар һалынған. Юғары һөнәри оҫталыҡ, юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булыу үҙ бурыстарығыҙҙы лайыҡлы үтәргә ярҙам итә.
Барлыҡ профессиональ водителдәргә лә, һәүәҫкәр автомобилселәргә лә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, хәүеф-хәтәрһеҙ юлдар, ышаныслы техника теләйем!