Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2022, 10:00

35 йыл руль артында

Ниндәй генә техникаға ултырмаһын, юлда иғтибарлы, үҙе һәр саҡ бөхтә, ә машинаһы һәр ваҡыт төҙөк, таҙа була уның. Эшенә яуаплы ҡараған водитель һөнәри оҫталығы менән генә түгел, кешелек сифаттары менән дә ихтирам яулай.

35 йыл руль артында
35 йыл руль артында

Йыл һайын октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы билдәләнә.

Яңы Мөсәт ауылы егете Әғләм Ишкинин 10-сы класты тамамлағандан һуң Бәләбәйгә киномеханиктар курсына уҡырға бара. Был һөнәрҙе һайлауында апайы Миңнурҙың да өлөшө бар - уға кино ҡуйырға ярҙам иткәнендә ярайһы уҡ эш рәтенә төшөнөп ала.


Һөнәрле булып ҡайтҡас, иптәштәренең ДОСААФ-ҡа уҡырға барыуҙарын белеп ҡала. Мине лә ебәрегеҙ, тип ныҡышып китеп, егет военкомат аша ДОСААФ-та уҡып ҡайта. Күңеленә хуш килгән һөнәргә эйә булғас, Әғләм Ишкинин артабан ил алдындағы хәрби бурысын үтәргә юллана. Армияға барғас, уны полк мәктәбенә урынлаштыралар. Унда уҡығандар кесе сержант званиеһы алып сығырға тейеш була. Әммә техниканы үҙ итеп өлгөргән Әғләм ағай менән бер сыуаш егете, машинала йөрөгөбөҙ килә, тип рапорт яҙалар. Шулай итеп, алыҫ Әстрәхан яҡтарында ЗИЛ-131 машинаһын йөрөтә ул. Ракеталар һынау үткән полигонда, ҡыштарын частә хеҙмәт итә.


Армиянан ҡайтҡас, урман хужалығына эшкә урынлаша. Күп тә үтмәй, леспромхозға саҡыралар. Уны ҡуш ҡуллап ҡаршы алалар, сөнки шоферҙар һәр ваҡыт кәрәк.


-Иң беренсе ЗИЛ-157 машинаһы менән Белоретҡа сайыр, ОРС базаһына аҙыҡ-түлек ташыным. Яңы Мөсәттә леспромхоздың ярҙамсы хужалығы булды. Малдарға Силәбе яҡтарынан һалам да ташыныҡ, Мәсемдән алып ҡайтып, силосын да һалдыҡ, - ти Әғләм Сәйфулла улы.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: