Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2022, 09:00

Иңгә иң терәп йәшәйҙәр

Йәшлегендә лә, ҡартлығында ла бөтә ғәмгә тормош-йәшәйештәре менән үрнәк булып, йөрәк йылыларын үҙ балаларына ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә тигеҙ итеп өләшкән, барлыҡтары менән солғаныштарын нурлы иткән аҫыл парҙар бар районда.

Иңгә иң терәп йәшәйҙәр
Иңгә иң терәп йәшәйҙәр

Йәшлек нисек тә үтә ул, ҡартайған көндә тыныслыҡ кәрәк, тип әйтергә ярата оло быуын.


Тыныслыҡ, ғаилә именлеге һәр даим һәм һәр кемгә кәрәк мөһим нәмә инде ул – быныһына бәхәс юҡ.


Йәшлегендә лә, ҡартлығында ла бөтә ғәмгә тормош-йәшәйештәре менән үрнәк булып, йөрәк йылыларын үҙ балаларына ғына түгел, ейән-ейәнсәрҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренә тигеҙ итеп өләшкән, барлыҡтары менән солғаныштарын нурлы иткән аҫыл парҙар бар районда.


Ҡолғана ауылының оло быуын вәкилдәре – ауыл аҡһаҡалы дәрәжәһенә еткән Ғәйфулла Нух улы менән Хәкимә Нөғәмән ҡыҙы Мөхәмәҙиевтар ана шундайҙарҙан.


63 йыл ғүмер йырҙаһынан бергә атлап, утты-һыуҙы бергә кисеп, бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы, мөхәббәтле булып, балаларын да үҙҙәренә лайыҡлы алмаш булырҙай итеп тәрбиәләп, оло тормош юлына фатихалап сығарған был пар хаҡында һәр кем матур фекерҙә – икеһе лә итәғәтле, кешелекле, берәүгә бер ауыҙ асып яман һүҙ әйтмәҫ, үҙ донъяларын матур итеп көтөп, күркәм холоҡтары сәбәпле ауылда ҙур ихтирам яулаған кешеләр.


1959 йылдың декабрендә яҙмыштарын яҙмышҡа бәйләп, оло тормош юлына бәрәшкәләшеп төшкән Мөхәмәҙиевтар бөгөн ысын мәғәнәһендә бәхетле – донъялары бөтөн, балалары иғтибарынан өҙмәй, ҡырҙағылары ла, ауылдағылары ла килеп хәл-әхеүәлдәрен белешеп, хәленән килгәнсә ярҙам итеп, атай-әсәй, олатай-өләсәй, тип өлтөрәп кенә тора.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 39-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: